Обычный вид

Яңылыҡтар

23.12.2017 19:52:00

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVII съезында ҡатнашты

23 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVII съезында ҡатнашты.

***

Съезд барышында Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары һәм Генераль советтарҙың уртаҡ ултырышында ҡатнашты. Ултырыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

— Партия етәкселегенең уртаҡ ултырышында ҡабул ителгән ҡарарҙар һуңғы документтарҙы, атап әйткәндә, партия уставын нормаға килтереүгә йүнәлтелгән. Юғары һәм Генераль совет ағзаларының был структураларҙан сығыу һәм яңы ағзалар ҡабул итеү тураһында ғаризалары тикшерелде, - тине журналистарға Рөстәм Хәмитов. — Юғары советтан 10-15 яңы ағза съезға һайланыу өсөн кәңәш ителде. Бынан тыш, партияның «Ҡала мөхите», «Хәүефһеҙ юлдар», «Ныҡлы ғаилә» проекттары етәкселәре бүләкләнде.

Партия проекттарын тормошҡа ашырыуҙа республика алдынғылар иҫәбендә.

— Беҙ ҙур республика һәм партия проекттарына ҙур ғына ресурстар алабыҙ, һәм тағы ла күберәк аласаҡбыҙ, сөнки был эш дауам итә. Финанстар халыҡ иҫәбенә ҡарап тиң бүленә, беҙ халыҡ буйынса илдә етенсе булғас, бүленәсәк өлөш тә ҙур була, әлбиттә, — тип белдерҙе республика Башлығы. — Башҡортостан «Ғаилә» проекттары, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә уңышлы эшләне.

***

Съезд эшендә 2 500 самаһы кеше ҡатнаша, улар араһында 85 төбәк «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһенән 455 делегат, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәктәрҙең башҡарма һәм закондар сығарыу органдары вәкилдәре, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советтары секретарҙары, эксперт һәм ғилми берләшмә ағзалары.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter