Обычный вид

Яңылыҡтар

22.12.2017 17:53:00

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде

22 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

 Башҡортостан Хөкүмәтенә Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫларға күрһәтмә бирелде.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә урындағы ойоштороу комитеттары булдырырға һәм тейешле саралар уҙғарырға кәңәш ителде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter