Обычный вид

Яңылыҡтар

21.12.2017 15:29:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында сығыш яһаны

21 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 48-се ултырышында сығыш яһаны.

Республика етәксеһе үҙ сығышында йылға йомғаҡ яһаны һәм төрлө өлкәләге һөҙөмтәләр хаҡында хәбәр итте, алдағы йылдарға бурыстар билдәләне. Мәҫәлән, социаль йүнәлеш буйынса һуңғы ун  айҙа хеҙмәт хаҡы күтәрелгән.

— Эшһеҙҙәр һанының кәмеүен күрәбеҙ. Ун ай эсендә республикала реаль хеҙмәт хаҡы 3,5 процентҡа артып, 29 400 һумға етте. Ун бер ай йомғаҡтары буйынса беҙ 30 мең һумды үтәбеҙ. Был да әһәмиәтле сик, — тине төбәк Башлығы. — Шуны әйтергә кәрәк: беҙгә уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, бюджет өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡын норматив кимәлгә еткереү өсөн компенсация индереү маҡсатында бюджетҡа үҙгәрештәр индерергә һәм аҡса өҫтәргә тура килде.

Башҡортостанда инфляция 1,2 процент кимәлендә — был фараздарға ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Беренсе сменала уҡыған балаларҙың һаны 90 процентҡа етте.

— Күп кенә ауырыҙар буйынса үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәшелде. Эшкә яраҡлы халыҡтың үлем кимәле ете процентҡа тиерлек аҙайҙы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Көтөлгән ғүмер оҙайлығы 71 йәшкә етте. Беҙ уртаса төбәктәр араһында күтәреләбеҙ, алдынғы урындарға сығырға тырышабыҙ.

Республика етәксеһе белдереүенсә, баш ҡалала кардиология диспансерының яңы корпусын төҙөү 6 миллиард һумға төшә.

– Проект бар. Баштан уҡ әйтәм, ул ҡиммәт – 6 миллиард һумға яҡын. Төҙөлөштөң хаҡы 2 миллиард һумдан кәмерәк, ҡалғандары – үтә заманса, юғары технологиялы ҡорамалдар, улар кардиология һәм ҡан тамырҙары хирургияһы өлкәһендәге бурыстарҙы атҡарып сығырға мөмкинлек бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә мөмкинлектәрҙе баһалап, ошо объектты төҙөй башларға кәрәк. Ул кәрәкле, мөһим. Республикала үлем осраҡтарының яртыһы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән бәйле булыуын беләбеҙ. Әгәр төҙөмәһәк, хәл үҙгәрмәйәсәк.

Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе лә урап үтмәне.

— Быйыл республикала ауыл хужалығы өсөн бер һыйырҙан уртаса һауым 5 мең килограмм кеүек мөһим күрһәткескә өлгәштек, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был тәүге тапҡыр. Биш йыл элек республикала уртаса һауым 3 800 килограмм ине. Беҙгә 5 меңлек сикте үтер өсөн 4-4,5 йыл кәрәк булды.

Тағы ла юғары һандарға өлгәшеү өсөн Башҡортостан аграрийҙарына яңы бурыс йөкмәтелде.

— Алдағы өс-дүрт йылда һәр һыйырҙан 6 мең килограмм һөт һауылырға тейеш. Ул саҡта был эштең һөҙөмтәле булыуын күрһәтәсәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ төҙөлөш комплексы, машиналар төҙөү тармағы, ауыл хужалығы эшмәкәрлегенең йомғаҡтары, республика бюджетының үтәлеше тураһында һөйләне. Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан йыл башынан 125 закон ҡабул ителеүен, улар араһынан төбәк инвестиция проекттары, нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу тураһындағы закондарҙың айырыуса иғтибарға лайыҡ булыуын билдәләп үтте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter