Обычный вид

Яңылыҡтар

20.12.2017 19:59:00

Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын камиллаштырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

20 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын камиллаштырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ Рәсәй Президентының «май указдары»н тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ғаиләне үҫтереү һәм нығытыу, тыуымды дәртләндереү өсөн өҫтәмә саралар булдырыу маҡсатында төҙөлдө.

Указға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килем балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, 2018 йылда тыуған өсөнсө һәм артабанғы һәр бала өсөн ай һайын 8 993 һум түләнә.

Башҡортостан Хөкүмәтенә айлыҡ аҡсалата түләүҙең шарттарын һәм тәртибен билдәләргә күрһәтмә бирелде.

Уны биреү тураһында мәғлүмәт Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлашасаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter