Обычный вид

Яңылыҡтар

16.12.2017 12:28:00

Рөстәм Хәмитов Нестеров премияһы дәғүәселәренең эштәре менән танышты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында барған «Йолалар һәм рухилыҡ» Республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһы менән танышты. Картиналар Нестеров премияһына дәғүәселәрҙең эштәре.

Музей директоры Айрат Тереғолов әйтеүенсә, премияға барлығы 150-ләп эш дәғүә итә. Республиканың 27 билдәле рәссамының һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре беренсе турҙы үткән. Атап әйткәндә, күргәҙмәлә Виктор Домашников, Салауат Ғиләжетдинов, Тәлғәт Мәсәлимов, Ринат Миңлебаев, Фирҙәнт Нуриәхмәтов, Виктор Суздальцев, Юлиә Устюгова кеүек рәссамдарҙың эштәре тәҡдим ителгән.

Күргәҙмә-конкурс музейҙың яңы бинаһында 24 декабргә тиклем дауам итә.

Белешмә өсөн:

Һынлы сәнғәт һәм сәнғәт белеме өлкәһендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы булдырылған. Ул бөйөк һынлы сәнғәт әҫәрҙәре эшләгән, шулай уҡ сәнғәт, художество тәнҡите теорияһы һәм тарихы өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Уның күләме 500 мең һум тәшкил итә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter