Обычный вид

Яңылыҡтар

17.12.2017 22:35:00

Өфөлә «Батша кәләше» операһы яңынан сәхнәләштерелде

17 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Николай Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» операһының премьераһы үтте.

Опера рус шағиры һәм драматургы Лев Мейҙың драмаһы нигеҙендә ижад ителгән. 1898 йылдың февралендә Римский-Корсаков «Батша кәләше» операһын яҙа башлай һәм уны 10 ай эсендә тамамлай. Спектаклдең премьераһы тәүге тапҡыр1899 йылда үтә.

Башҡортостанда опера 1947, 1955, 1969 йылдарҙа сәхнәләштерелә. Дүртенсегә легендар опера баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артем Макаров һәм театрҙың баш режиссеры Филипп Разенков тарафынан республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидия ярҙамында ҡуйылды.

Премьераны Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡараны.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter