Обычный вид

Яңылыҡтар

14.12.2017 21:58:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

14 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек әңгәмә барышында төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән социаль өлкә, инфраструктураны һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.

***

Бөрйән районы халҡы республика Башлығына йәштәрҙең йорт һалыу өсөн алған ер участкаларын юллауҙа килеп тыуған ҡатмарлыҡтар хаҡында хәбәр итте. Эштең асылы шунда: муниципалитет ерҙәренең күпселеген урман фонды тәшкил итә. Бынан тыш, районда ике махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре – «Башҡортостан» милли паркы һәм Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан.

Республиканың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Ирек Шәрәфетдинов әйтеүенсә, ошоға бәйле күпселек ауылдарҙа йорт һалыу өсөн ер бүлеп биреү мөмкинлеге юҡ. Урман ерҙәрен файҙаланыуға тапшырыр өсөн ир-уҙаман федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.

Уның менән Ғәриповтар ғаиләһе лә килешә. Бер нисә йыл элек йәш ғаиләгә Иҫке Собханғолдан ер участкаһы бирелгән. Әммә тейешле документтарҙы барлағанда уның урман фонды ерҙәрендә урынлашҡаны асыҡланған. Ә районда льготалы категориялы граждандар өсөн башҡа ерҙәр юҡ.

Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәтенә федераль власть органдары менән берлектә мәсьәләне хәл итеү юлдарын табырға күрһәтмә бирҙе. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

***

Асҡын районының Табаҫҡытамаҡ ауыл советы башлығы Барый Шәрифисламов республика етәксеһен Табаҫҡытамаҡ ауылының Муйылҡай урамында йәшәүселәрҙең мәсьәләһе менән таныштырҙы. Ауыл биләмәһе аша Башҡортостан һәм Свердлов өлкәһе сиге үтә. Ул урам күрше төбәккә ҡарай. Был үҙ сиратында тейешле документтар юллағанда ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.

Урындағы халыҡ тулыһынса Башҡортостан составына инеү яҡлы. Ауылдаштар республиканың Асҡын районы һәм Свердлов өлкәһе хакимиәттәренә мөрәжәғәт итһә лә әле ул тулыһынса хәл ителмәгән.

– Кешеләр Башҡортостанда йәшәй, тип әйтергә була, балалар урындағы мәктәптә белем ала, ветерандарға республика ҡаҙнаһынан пенсия күсә, – тине Барый Шәрифисламов. – Тәҡдим ителгән вариантты законлаштырырға ғына кәрәк.

Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Свердлов өлкәһе менән берлектә тейешле юл картаһын булдырырға, биләмә сиген үҙгәртеү буйынса тейешле документтар юлларға йөкләмә бирҙе.

– Мәсьәләне мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ, юридик ҡатмарлыҡтарҙы үтеү өсөн ваҡыт ҡына кәрәк, – тип белдерҙе республика Башлығы.

***

Салауат районында йәшәүсе Әлия Ғилмутдинова республика Башлығын Лаҡлы ауылында тирә-яҡты мөхитте һаҡлауға һәм сүп-сар йыйыуға бәйле контролде көсәйтеү буйынса мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, урындағы тәбиғәттең матурлығы йыл һайын Рәсәй төбәктәренән бик күп туристарҙы йәлеп итә. Улар ауыл янында аҡҡан Әй йылғаһы буйында ял итергә ярата - ут яға, палаткалар ҡора һәм үҙҙәренән һуң өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыра. Шуға бәйле ауыл халҡы үҙ көсө менән биләмәне йыйыштырырға һәм сүп-сарҙан таҙартырға мәжбүр. Бынан тыш, йылға буйында ял итеү өсөн бер ниндәй шарттар ҙа булдырылмаған.

Рөстәм Хәмитов тейешле инфраструктура булдырыу кәрәклегенә айырыуса иғтибар бирҙе, республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәтенә муниципалитетта туризмды үҫтереү программаһында ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты.

***

Архангел районында йәшәүсе Айгөл Усманова республика Башлығы менән төбәктә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Бер нисә ай элек ул «Тамыр-102» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторған. Ул Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары крәҫтиән фермер хужалыҡтары етәкселәрен берләштерә. Кооператив мал-тыуар, йылҡы үрсетеү, ит эшкәртеү һәм ит ризыҡтарын сығарыу менән шөғөлләнә. «Тамыр-102» кооперативы Ауыл хужалығы хеҙмәткәре көнөнә арналған күргәҙмәлә республика етәксеһенә үҙ продукцияһын тәҡдим итте.

Әңгәмә барышында Айгөл Усманова ауыл хужалығы ойошмаһының пландары хаҡында һөйләне һәм республика Башлығынан етештереүҙе үҫтереүгә грант алыуҙа булышлыҡ итеү үтенесен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа дәғүәсегә гранттар биреү механизмын ентекләп аңлатырға, мөмкин булған дәүләт һәм башҡа ярҙам алымдарын өйрәнергә йөкләмә бирҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter