Обычный вид

Яңылыҡтар

08.12.2017 17:42:00

Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән эшлекле осрашыу

8 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Осрашыуҙа спорт объекттарының һәм баш ҡала инфраструктураһының 2019 йылда Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә әҙерлеге тикшерелде. Һөйләшеү аҙағында төбәк етәксеһе ойоштороу комитетына күрһәтмәләр бирҙе.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, сараны лайыҡлы ҡабул итеү өсөн эштәр әүҙем алып барыла. Был йәһәттән ойоштороу комитеты тарафынан ултырыштар үткәрелде. Федераль кимәлдә тейешле күләмдә финанс ярҙам күрһәтеләсәк. Уйындар Рәсәй Федерацияһы спорт ярыштарының берҙәм календарь планына индереләсәк.

– Беҙ уйындарҙа 1,5-2 мең спортсы ҡатнашыр, тип көтәбеҙ. Инфраструктура күп һандағы ҡунаҡтарҙы урынлаштыра алыуын яҡшы беләһегеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ көйәрмәндәрҙе, оҙатыусыларҙы, ата-әсәләрҙе иҫәпкә алып ике, хатта өс тапҡырға күберәк кешеләрҙе ҡабул итә алабыҙ.

2019 йылдың беренсе кварталында Ҡамышлы урамында комплекс сафҡа инәсәк. Унда йөҙөү буйынса ярыштар үткәреү ҡаралған. Бынан тыш, ҡаяға үрмәләү, баскетбол һәм волейбол буйынса ярыштарҙы ҡабул итәсәк майҙансыҡтарҙа төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша

–  Уйындарҙы 2019 йылдың 9-14 июлендә үткәреү бар яҡтан да отошло булыр инем, тип һанайбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Мәктәптрҙә уҡыу йылы тамамлана, ул ваҡытта көндәр йылы тора, ҡала урамдары ла бушыраҡ була. Бер һүҙ менән – отошло ваҡыт.

Ричард Смит үҙ сиратында спорт, шулай уҡ инфраструктура объекттарында, ҡунаҡханаларҙа булыуын билдәләне.

– Беҙ 1,5-2 мең ҡатнашыусыны көтәбеҙ. Мин VIP-ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу күҙ уңында тотолған ҡунаҡханаларҙы ҡараным. Бында бер нисә яҡшы ҡунаҡхана төҙөлгән, – тине Ричард Смит. – Булып өлгөргән барлыҡ объекттар менән ҡәнәғәтмен.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылғы Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары туғыҙ дисциплина (еңел атлетика, футбол, йөҙөү, фехтование, пляж волейболы, баскетбол, грек-рим көрәше, ҡаяға үрмәләү, тхэквондо) буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә ала.

Бынан алда, 2013 йылда, Өфө VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткәйне. Ярыштарҙа 20 илдең 60 ҡалаһынан йыйылма командалар ҡатнашты. Спортсылар спорттың ете төрө буйынса 10 миҙал уйнатты. Башҡортостандың баш ҡалаһы донъяла Ҡышҡы һәм Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала буласаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter