Обычный вид

Яңылыҡтар

08.12.2017 14:15:00

Руслан Мирсаяпов Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Руслан Мирсаяпов Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Биографик белешмә:

Мирсаяпов Руслан Заһит  улы 1977 йылдың 22 ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Башҡорт дәүләт аграр университетытын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында протокол һәм тәржемә бүлегендә белгес булараҡ башлай.

1999-2005 йылдарҙа – белгес, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлегенең баш белгесе, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр идаралығы етәксеһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге етәксеһе.

2006-2010 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы хакимиәте иҡтисад идаралығының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге етәксеһе.

2010 йылда - Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2010-2013 йылдарҙа – Башҡортостан Президенты Хакимиәте Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы етәксеһе.

2013-2014 йылдарҙа – «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үтәкреү өсөн проекттарға булышлыҡ итеү буйынса Офис-төркөм» директоры.

2014-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы министры.

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter