Обычный вид

Яңылыҡтар

07.12.2017 22:27:00

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Өфөнөң дарыу препараттары етештереүсе предприятиеһында булды

7 декабрҙә республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Фармстандарт-Өфөвита» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарында һәм лабораторияларында булды.

Фармацевтика предприятиеһы директоры Владимир Крейман әйтеүенсә, бында йыл һайын 90 миллиондан ашыу дарыу етештерелә. Быйыл һөт биҙе яман шешенә ҡаршы дарыуҙар һәм ҡан ойошоуын булдырмаусы препараттар сығарыу яйға һалынды.

Әлеге ваҡытта предприятиела яңы етештереү комплексы төҙөлә башланы, участкалар һәм ҡорамалдар яңыртыла. 2017 йылда инвестициялар күләме 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

2018 йылда «Фармстандарт» компаниялар төркөмө етәкселеге бында алты дарыу төрөн сығарырға, шулай уҡ технологиялар трансферы иҫәбенә 86 препарат төрөн етештерергә күҙаллай.

— «Өфөвита» предприятиеһы импортты алмаштырыу буйынса хәлде яҡшы файҙаланды,  – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмәһендә. – Өс-дүрт йыл элек етештереү күләме 7 миллиард һум тирәһендә ине, бөгөн был һан 20 миллиард һумға етте. Был һуңғы сик түгелдер һәм етештереү күләме, һис шикһеҙ, артыр тип ышанам.

Белешмә өсөн:

«Фармстандарт-Өфөвита» асыҡ акционерҙар йәмғиәте моно һәм поливитамин препараттар етештереү буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғы һанала. 2003 йылдан ул «Фармстандарт» компаниялар төркөмөнә инә. Предприятиеның дөйөм майҙаны – 42 мең квадрат метр, унда 19 етештереү линияһы урынлашҡан. Предприятиеның продукцияһы Рәсәй буйынса һатыла, шулай уҡ сит илдәргә лә сығарыла.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter