Обычный вид

Яңылыҡтар

06.12.2017 15:32:00

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Мәскәүҙә үткән «Рәсәй транспорты» XI халыҡ-ара  форумында  ҡатнаша.

Республика етәксеһе 2017 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проекты һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашсаҡ. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев уҙғарасаҡ. Шулай уҡ ул форумдың «Рәсәй транспорты. Тәбиғәт менән гармонияла» пленар дискуссияһында сығыш яһаясаҡ.

Делегация программаһында эшлекле осрашыуҙар, кәңәшмәләр, юл тармағын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу.

***

6 декабрҙә форум барышында уҙғарылған «Рәсәй транспорты» XI халыҡ-ара  күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһының транспорт министры Максим Соколов һәм Тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса Рәсәй Президентының махсус вәкиле Сергей Иванов сәләмләне.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында – транспорт етештереүселәре, йөк һәм пассажир ташыу менән шөғөлләнеүселәр, транспорт инфраструктураһы етәкселәре һәм операторҙары, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары,  федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре.

Күргәҙмәлә республиканың транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге күләмле инфраструктур инвестиция проекттарына арналған Башҡортостан стенды тәҡдим ителгән. Стендың экспозицияһы көн һайын үҙгәрәсәк.  Бөгөн унда «Өфөнән Көнсығыш юлы» проектының мөмкинлектәре һәм өҫтөнлөктәре күрһәтелгән. Алдағы көндәрҙә экспозиция төбәк биләмәһендә «Европа – Көнбайыш Ҡытай» юлының төҙөлөшөнә, Өфөнөң тиҙ йөрөшлө транспортына һәм электр транспортының комплекслы модернизацияһына, Бөрө һәм Нефтекама аша урау юл төҙөлөшөнә, һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында тормошҡа ашасаҡ күләмле проекттарға арналасаҡ.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов транспорт комплексы ойошмаларының экспозициялары һәм тармаҡтың алдынғы инновация технологиялары менән танышты. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter