Обычный вид

Яңылыҡтар

17.11.2017 20:06:00

Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны

17 ноябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, халыҡ фронты иҡтисади йәки глобаль мәсьәләләрҙе ҡарарға түгел, ә ябай кеше эргәһендә булырға тейеш. Йәмәғәтселәргә юлдар сифаты, дауаханалар һәм мәктәптәр торошо кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итергә кәрәк.

 — Юлдар йәһәтенән беҙ алға киттек. Быйыл ысынлап-та яҡшы эшләйбеҙ. Федераль бюджет Өфө агломерацияһы буйынса яҡшы ярҙам итте. Беҙҙең юл фонды тағы ла нығыраҡ тулылана. Юл төҙөлөшө буйынса һандар 15 миллиард һумдан арта. Өс-дүрт йыл элек 6-7 миллиард һум  хаҡында һүҙ йөрөтһәк, бөгөнгө һан ярайһы уҡ ҙур ғына, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта федераль структуралар ҙа М-5, М-7 юлдарында эшләй. Унда күләмле эштәр алып барыла, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ тип ышанам.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, әле төп юл артериялары төҙөкләндерелде.

— «Ҡыҙыл линия»нан эскә табан үтһәк, нимәләр эшләргә кәрәклеген күрербеҙ. Әле күп нәмә эшләргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әммә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы тамамланмай әле. Ул дауам ителәсәк, ярайһы уҡ ресурстар йүнәлтеләсәк. Алдағы ике-өс йылда эре тораҡ пункттарҙа юлдарҙың сифаты икенсе буласаҡ. Атап әйткәндә, быны барыһы ла күрәсәк.

Республика етәксеһе шулай уҡ күперҙәр, юл сиселештәре, тимер юл өҫтәренән юлдар һәм башҡар күләмле объекттар төҙөлөшө буйынса пландар хаҡында һөйләне. Улар бөтәһе лә ҙур сығымдарҙы талап итәсәк.

— Тимер юл аша иң ябай юл сиселеше йәки ер өҫтө үткәүеле 1 миллиард һум тора. Ә шундай юл сиселешен тағы ла берәү, икәү һәм хатта унау ҙа түгел, унан күберәк төҙөргә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. –  Әммә төҙөйәсәкбеҙ. Хәҙер яңы технологиялар ҡулланыла, был йәһәттән яңы мөмкинлектәр ҙә бар.

Халыҡ фронтының төбәк конференцияһында йәштәр республика Башлығын «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» проекты менән дә таныштырҙы.

Унда студенттар, йәш журналистар, политологтар, юристар, тарихсылар ҡатнаша. Бына инде бер нисә ай дауамында йәштәр ижтимағи файҙалы проекттар менән шөғөлләнә – балалар майҙансыҡтарын буяй, өмәләр үткәрә, ағастар ултырта.

— Башҡортостанда «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» командаһын илдә һәм республикала барған ваҡиғаларға вайымлылыҡ берләштерә , – тип һөйләне проект координаторы Рафаэль Хәкимов. – Хәҙер беҙҙең нимәнелер күмәкләп эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Изге эштәр эшләү өсөн аҡса кәрәкмәгәнлеге асыҡланды.

Декабрҙә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» республиканың Йәш депутаттар ассоциацияһы ағзалары менән дуҫтарса футбол матчын ойоштора. Шуның менән бәйле активистар Рөстәм Хәмитовтан тупҡа ҡул тамғыһын ҡуйыуын һораны, ул проекттың үҙенсәлекле символына әйләнәсәк.

— Йәштәрҙең ресурстар, аҡса көтөп ултырмай, мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеүҙәре, һис шикһеҙ, яҡшы күренеш, – тип билдәләне республика Башлығы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter