Обычный вид

Яңылыҡтар

16.11.2017 17:25:00

Рәсәй спорт комментаторҙары ассоциацияһы ағзалары менән осрашыу

16 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй спорт комментаторҙары ассоциацияһы ағзалары менән осрашты.

Осрашыуҙа ассоциацияһы президенты Геннадий Орлов, президиум рәйесе Алексей Ефимов, президиум ағзалары Виктор Гусев һәм Владимир Стогниенко ҡатнашты.  Баш ҡалала улар «Өфө» футбол клубы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарафынан ойошторолған спорт журналистары һәм комментаторҙарҙың Бөтә Рәсәй семинар-конкурсында ҡатнаша.

Әңгәмә барышында республикала спортты үҫтереү мәсьәләләре, профессиональ спортсыларҙың Башҡортостан шифаханаларында дауаланыуы, төбәктә халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге ярыштар үткәреү мөмкинлектәре ҡаралды.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан 2025 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға дәғүә итәсәк.

— Беҙ 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға ғариза тапшырғайныҡ – был олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса үҙе  айырым бер «олимпия уйындары». Әммә иң һуңғы тауыш биреү өлөшөндә американдарҙан ҡалыштыҡ – был Ҡырымдың ҡушылыуынан һуң булды, шуға сәйәсәт ҡыҫылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә хәҙер Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһы 2025 йылда Бөтә донъя уйындарын Рәсәйҙә уҙғарыу яҡшы булыр ине тигән сигнал ебәрә. Үҙебеҙҙең элекке проектҡа ҡайта башланыҡ, сөнки Бөтә донъя уйындарын уҙғарыу өсөн беҙҙә барыһы ла бар.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter