Обычный вид

Яңылыҡтар

15.11.2017 19:54:00

Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе Хөсәйен Дириоз менән эшлекле осрашыу

15 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз менән осрашты. Өфөлә ул «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» XIII махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнаша.

Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

«Төркиә – күптәнге һәм мөһим партнёрыбыҙ. Беҙҙең баҙарҙа Төркиә капиталы ҡатнашылығында предприятиелар эшләй. Илегеҙ компаниялары республикала бик күп объект төҙөнө. Артабан да бындай эш дауам итер тип ышанабыҙ», — тине республика Башлығы.

Республика Төркиә компаниялары менән нефть химияһы, машина төҙөү, ауыл хужалығы өлкәләрендә эшләй, тип билдәләнде. Әммә шул уҡ ваҡытта Төркиә менән тауар әйләнеше бик бәләкәй, 233 миллион доллар тәшкил итә, был сумманың 97 проценты – беҙҙең эксперт, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов илсегә «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресын уҙғарған саҡта Төркиә партнёрҙарының республикаға ярҙам күрһәткәндәре һәм 2021 йылда форумды уҙғарыу хоҡуғын Башҡортостан кандидатураһына булышлыҡ итеп, ҙур эш ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте.

«Беҙҙә мәҙәни йүнәлеш буйынса бәйләнештәр, һис шикһеҙ, үҫешергә тейеш. Артистарыбыҙ Төркиәлә күп тапҡыр сығыш яһаны. Бынан тыш, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында, Өфөлә донъяның 70-80 иле ҡатнашлығында Бөтә донъя фольклор байрамы үтә. Төркиәнән ижади коллективтарҙы көтәбеҙ», — тине төбәк етәксеһе.

Үҙ сиратында, Хөсәйен Дириоз үҙ иленең Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәренә ҙур әһәмиәт биргәнен билдәләне.

«Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының мөһим төбәге булыуын иҫәпкә алып, уның менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтеререү беҙҙең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә», — тине илсе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй һәм Төркиә араһында ике яҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып һәм үҙ-ара ышаныс нигеҙендә ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырылған. Рәсәй һәм Төркиә лидерҙары араһында ышаныслы мөнәсәбәттәр ҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һуңғы ваҡытта ғына ике президент кимәлендә алты осрашыу үтте. Уларҙың һуңғыһы Сочиҙа, тип хәтергә төшөрҙө илсе.

«Рәсәй менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең иң мөһие – ул төбәк-ара хеҙмәттәшлек. Һәр Рәсәй төбәге менән бәйләнештәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter