Обычный вид

Яңылыҡтар

13.11.2017 17:49:00

Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә яңы мәктәп асылды

13 ноябрҙә Өфөнөң Нуғай ауылында 147-се мәктәптең яңы бинаһын асыу тантанаһы үтте. Ҡала халҡын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡотланы.

Үҙ сығышында төбәк етәксеһе биҫтәнең әүҙем төҙөлөүө сәбәпле 147-се мәктәпкә яңы бина кәрәклеген белдерҙе. Әлегә тиклем Нуғай, шулай уҡ эргә-тирәлә урынлашҡан Жилино һәм Зинино тораҡ пункттарынан уҡыусылар 1970 йылда төҙөлгән бинала уҡырға мәжбүр булған.

Бинаның заманса талаптарға тап килмәүен иҫәпкә алып, 2015 йылда 1250 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

— Биҫтә буйынса хәл ителмәгән бер төркөм һорауҙар бар. Мәктәп кенә түгел. Балалар баҡсалары, тимер юл аша сыға торған юл кәрәк. Миндә уны хәҙер уҡ төҙөй башларға һорап яҙған ата-әсәләрҙән, йәшәүселәрҙән хаттар байтаҡ. Әлегә проект та юҡ, уй-фекерҙәр генә һауала йөҙөп йөрөй. Был да властың ошо йәһәттән һуңлап эшләүе тураһында һөйләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлегә эргә-тирәлә күргән бар нәмә матурлыҡ, яҡшы юлдар, биҫтәнең йөҙө булмаған ниндәйҙер арауыҡ стадияһын хәтерләтә. Әммә киләсәктә быларҙың барыһы ла буласаҡ.

Республика Башлығы ҡала хакимиәтенә төҙөлөп ятҡан биҫтәне үҫтереү буйынса пландарына төҙәтмәләр индереү, инфраструктураны булдырыуға баҫым яһау кәрәклеген билдәләне.

— Иң тәүҙә ҙур йорттар һалып, һуңынан кешеләр бер нимә лә булмағандан ыҙалана башлай, бындай варианттарҙы, һис шикһеҙ, туҡтатырға кәрәк. Бөгөн бер төркөм биҫтәлә, айырыуса Өфөлә, Стәрлетамаҡ һәм Салауат кеүек ҙур ҡалаларҙа социаль объекттар төҙөү буйынса  ҡалышҡан. Өфө районындағы биҫтәләр – буш яландағы йорттар ғына. Кешеләргә нисек йәшәргә? Нисек балаларҙы уҡытырға? Девелоперҙар һәм төҙөлөш эргәһендә йөрөүсе структуралар байыны. Ә йәшәргә тип күсеп килгән кешеләр отолдо һәм улар үҙҙәрен бик насар тоя. Транспорт мәсьәләһе лә, башҡалар ҙа насар хәл ителә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бындай тәжрибәне туҡтатырға һәм алдан мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар төҙөргә кәрәк. Хәҙер беҙ биҫтәне үҫтереү һәм уны алға ебәреү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә тейеш. Ошо эште башҡарыу зарур. Ҡала власын районды төҙөкләндереү һәм тейешле инфраструктура булдырыу мәсьәләләре менән ысынлап шөғөлләнеүҙәрен һорайым.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter