Обычный вид

Яңылыҡтар

11.11.2017 16:32:00

Сит ил киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы тарафынан ойошторолған матбуғат туры барышында республикаға килгән сит ил киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашты. Осрашыуҙа «Медиа Мост Болгария» мәғлүмәт агентлығы, TVR Румыния телеканалы һәм VitoTVO Эквадор телеканалы вәкилдәре ҡатнашты.

Өс көн дауамында сит ил журналистары республиканың яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комлекстары предприятиелары, ғилми учреждениелар эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре менән танышты.

Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, сит ил партнерҙары ҡатнашлығында күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, республиканың Европа, Азия һәм Латин Америкаһы илдәре менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында бәйән итте.

— Бөгөн иҡтисадтың артабанғы үҫеше өҫтөндә эшләйбеҙ. Әүҙем эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Көнбайыштың илебеҙ менән үҙ-ара эшмәкәрлек мәсьәләләре ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ысын мәғәнәһендә беҙгә көс һәм ҡеүәт бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бөтәһе – Көнсығыш, Көнбайыш, Көньяҡ менән дә эш итәбеҙ. Инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән 2015 йылда Башҡортостанда уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттары ҙур роль уйнаны. Республикабыҙ  һәм ҡалабыҙ танылыу алды, бөгөн был ҙур сараның һөҙөмтәләре менән файҙаланабыҙ.

Республика Башлығы белдереүенсә, яҡын арала Башҡортостанда тышҡы иҡтисади бәйләнештәр менән шөғөлләнәсәк яңы структура барлыҡҡа киләсәк.

— Мин төрлө илдәрҙең бизнес вәкилдәре менән күп осраштым. Уларҙың эшләргә теләге ҙур. Бизнестың, ябай кешеләрҙең теләге – үҙ-ара килешеп эш итеү. Бер ниндәй ҡаршылыҡтар, аңламау юҡ, беҙ бик яҡшы һөйләшәбеҙ, аралашабыҙ. Илдәребеҙ араһында бәйләнештәрҙе тергеҙергә, был йүнәлештә эшләргә, яңы мөнәсәбәттәр булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Оҙаҡламай Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетын ойошторасаҡбыҙ, сөнки Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлыҡтарының көсө менән генә халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙең бөтә төрлөлөгөн күҙ алдында тотоп булмай. Шул эште башҡарырбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter