Обычный вид

Яңылыҡтар

10.11.2017 17:33:00

Рәсүл Тайыпов Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Рәсүл Тайыпов тәғәйенләнде.

Белешмә өсөн:

Тайыпов Рәсүл Рафанир улы 1981 йылдың 27 майында Өфөлә тыуған. 2003 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаған. Тарих фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1999 йылда Өфөнөң 30-сы мәктәп-интернатында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып башлай.

2004-2015 йылдарҙа – Мәғарифта заманса технологиялар институтында ғилми-методик бүлек инспекторы, менеджер, әйҙәүсе менеджер, аттестация үҙәге директоры, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының уҡыу-методика идаралығы етәксеһе.

2015-2017 йылдарҙа –  Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter