Обычный вид

Яңылыҡтар

09.11.2017 18:23:00

Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

9 ноябрҙә Силәбелә XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Павлодар өлкәһе Аҡыматы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документты ҡул тамғалары менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Павлодар өлкәһе Аҡымы Булат Бакауов нығытты.

Килешеү ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм төбәктәрҙең иҡтисади хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уға ярашлы төбәктәр химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, ауыл хужалығы, машина төҙөү, транспорт, фән, мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ туған телдәрҙе һәм милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт берләшмәләренә булышлыҡ итеү күҙаллана.

Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң Рөстәм Хәмитов «Кешелек капиталын үҫтереү» күргәҙмәһен ҡараны, шулай уҡ «Урал-Ҡаҙағстан далаларының Арҡайым донъяһы» экспозицияһы менән танышты.

***

Журналистар менән әңгәмәһендә Башҡортостан Башлығы килешеүҙең ике яҡ өсөн отошло булыуын билдәләне.

— Беҙ үҙебеҙҙә һәм Павлодар өлкәһендә булған уртаҡ үҫеш нөктәләрен эҙләйбеҙ. Павлодар өлкәһе нефть эшкәртеү, нефть химияһы сәнәғәте менән танылған. Павлодар нефть эшкәртеү заводы яҡынса 6 миллион тонна нефть эшкәртә. Башҡортостан ярайһы уҡ күберәк – 27 миллион тонна. Әммә эш унда түгел. Эш үҫеш нөктәләре барлығында, беҙҙең Башҡортостан нефть һәм газ химияһы кластеры өсөн Павлодар өлкәһендә эшләү мөмкинлегендә, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Дегелацияларыбыҙ менән алмашырбыҙ, ҡарарбыҙ тип килештек. Павлодар өлкәһе мәнфәғәтендә беҙҙең нефтселәрҙең, етештереүселәрҙең, проектлаусыларҙың мөмкинлектәрен ҡуллана алырбыҙ тип ышанам.

— Башҡортостан делегацияһы менән күптән түгел Силәбе өлкәһендә булдыҡ. Ҡала биләмәһендә күп кенә заводтарҙа булдым. Бөгөн уларҙың продукцияһы тәҡдим ителгән. Атап әйткәндә, «Транснефть» компанияһының экспозицияһы оҡшай. Иҫ киткес ҡоролмалар, механизмдар, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, мәғарифҡа арналған стендта мәктәпте, техникумды, инстиутты, университетты тамамлаусы бер үк ваҡытта етештереү урынында тәжрибә алып, шуның менән эшкә әҙер булып сыҡҡан ике яҡлы белем биреү варианттарын ҡараныҡ. Дөйөм алғанда, бөтәһе лә ҡыҙыҡлы, ихтыяжлы, әлбиттә. Быларҙың барыһы ла Башҡортостанда кәрәк.

Белешмә өсөн:

Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сит ил партнерҙары араһында – дүртенсе, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ингән илдәр араһында беренсе урынды биләй. 2016 йылда Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында уртаҡ сауҙа күләме 375 миллион долларҙан ашыу тәшкил итте. Был сумманың 90 проценттан ашыуы (342 миллионы) экспортҡа тура килә. Башҡортостан Ҡаҙағстанға  нефть һәм химия сәнәғәте продукттары, гербецидтар, минераль ашламалар, кальцийлы һәм каустик сода, каучук, ағас эшкәртеү продукциялары, быяла, ҡуртымға ҡара металл, төҙөлөш материалдары, нефть промыслаһы ҡорамалдары, транспорт техникаһы һәм башҡа изделиелар оҙата. Республикаға ҡуртымға ҡорос, минераль ашламалар етештереү өсөн сеймал, ҡорамалдар, он-ярма продукциялары индерелә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter