Обычный вид

Яңылыҡтар

09.11.2017 09:58:00

Рөстәм Хәмитов XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша

9 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбелә XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша. Форумдың пленар ултырышын Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев аса.

Быйылғы форум кешелек капиталын үҫтереүгә арнала. Уның эшендә төп министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, бер төркөм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм Ҡаҙағстан Республикаһы өлкәләре башлыҡтары, ике илдең эре бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

Форум программаһында «Кешелек капиталын үҫтереү» күргәҙмәһе, Рәсәй-Ҡаҙағстан Эшлекле советы ултырышы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан юғары уҡыу йорттары ректорҙары форумы һәм башҡа саралар ҡаралған.

Дәүләт-ара, хөкүмәт-ара, төбәк һәм коммерция документтарына ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Белешмә өсөн:

Рәсәй һәм Ҡаҙағстан илдәренең төбәк-ара форумдары 2003 йылдан алып ике дәүләт төбәктәрендә уҙғарыла. Алдағы форум 2016 йылдың октябрендә Астанала үтте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter