Обычный вид

Яңылыҡтар

08.11.2017 19:43:00

Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашыу

8 ноябрҙә Республика Йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусылар һәм волонтерҙар менән осрашты.

— Бөтә донъя йәштәре йыйылған фестивалендә республикабыҙ йөҙөн лайыҡлы күрһәтеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтемде еткерәм, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Уның һәр йүнәлеше буйынса ла  ҡатнашыуығыҙҙы күрҙек һәм ҡыуандыҡ. Һеҙ – киләсәктә беҙҙе дауам итеүселәр, беҙ һеҙҙең көсөгөҙгә, аҡылығыҙға ышанабыҙ.

***

XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале 14-22 октябрҙә Сочиҙа донъя йәштәре берләшмәһен туплау, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, милләт-ара һәм мәҙәни-ара эшмәкәрлекте үҫтереү маҡсатында үтте. Унда донъяның 188 иленән 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 10 мең ҡатнашыусы һәм 5 мең волонтер, шул иҫәптән Башҡортостандан 200 ҡатнашыусы һәм 50 волонтер йыйылды.

Осрашыу барышында Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре фестивалдәге эше хаҡында һөйләне, Рәсәйҙең алдынғы сәйәсмәндәре, ғалимдары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙарҙан тәьҫораттар менән уртаҡлашты. Улар әйтеүенсә, фестиваль иң ҙур донъя йәштәре ваҡиғаһы булды.

Фестивалдә YOUTH EXPO күргәҙмәһе лә ойошторолдо, унда республиканан «Баллы төбәк» экспозицияһы күрһәтелде. Шунда уҡ Башҡортостандың иң яҡшы проекттары һәм йәштәрҙең тәжрибәләре менән интерактив таныштырыу ойошторолдо.

— Беҙҙең бурыс — мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа республиканы танытыу һәм уның менән таныштырыу. Һөҙөмтәлә уға инвестиция эшмәкәрлеге, яңы төҙөлөштәр, мәҙәни һәм ғилми бәйләнештәр ҙә бәйле, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Төрлө илдәр вәкилдәре хәтерендә республика тураһында яҡшы тәьҫораттар ҡаласаҡ. Был эште юғары баһалайбыҙ.

Республика Башлығы йәштәр республика кимәлендә күләмле фестиваль ойоштороу мөмкинлеген тикшерҙе.

— Йәштәребеҙ күп — 1 миллион кешегә яҡын. Йәш кешеләрҙе йәмәғәт тормошона ылыҡтырыу беҙҙең өсөн ҡатмарлы бурыс булып ҡала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөтәһен дә йыя алмаҫбыҙ, әлбиттә, әммә айырым йүнәлеш бирербеҙ.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, фестивалдә эшләгән волонтерҙарҙың тәжрибәһе лә бик мөһим, ул республикала ҙур халыҡ-ара саралар уҙғарыу ваҡытында тулыһынса кәрәк буласаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter