Обычный вид

Яңылыҡтар

04.11.2017 08:00:00

Халыҡ берҙәмлеге көнө менән ҡотлау

Ҡәҙерле дуҫтар!

Бөгөн беҙ бөтә ил менән мөһим дәүләт байрамы – Халыҡ берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ.

Ул Рәсәй халҡының илгә ҡурҡыныс  янағанда берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәткән Ватан тарихының иҫтәлекле ваҡиғаларына алып ҡайта. Был байрам илдең именлеген тәьмин итеүҙә, иҡтисади ҡеүәтен үҫтереүҙә, халыҡ-ара абруйын күтәреүҙә милли мәнфәғәттәрҙе етди яҡлау һәм эске берҙәмлекте нығытыу ғына төп шарт булыуын иҫкә төшөрә.

Күп милләтле һәм күп конфессиялы Башҡортостан өсөн халыҡ берҙәмлеге идеяһы айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Бөгөн республика ышаныслы аҙымдар менән үҙенең 100 йыллыҡ юбилейына табан атлай, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерә, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра, ил үҫешенә тос өлөш индерә.

Башҡортостан һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм берҙәмлек биләмәһе, төрлө милләттәр һәм дин тотоусыларҙың дөйөм йорто булып ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Барығыҙға ла сәләмәтлек һәм именлек, Ватаныбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter