Обычный вид

Яңылыҡтар

03.11.2017 12:00:00

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Михаил Белый менән осрашыу

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Михаил Белый менән осрашты. Яҡтар Өфөләге Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының вәкиллеге эшенең төрлө йүнәлештәрен һәм уның эшмәкәрлеген киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиллеге республикала 25 йылға яҡын эшләй, төбәктең власть органдары менән әүҙем эш алып бара, уларҙы тейешле мәғлүмәт һәм аналитика материалдары менән тәьмин итә. Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәре тормошҡа ашырыла, сит ил дәүләттәре вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр уҙғарыла.

Рөстәм Хәмитов республиканың сит илдәр менән хеҙмәттәшлек хаҡындағы  килешеү документтарын тикшереү эшен тиҙләтеү кәрәклеген билдәләне.

– Сит илдәр төбәктәре менән килешеүҙәрҙе ҡарауға бәйле ҡаршылыҡтарҙы ауыр үтәбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уның өсөн өс айҙан алып йыл ярым, ике йыл ваҡыт талап ителә, ул саҡта ҡыҙыҡһыныу ҙа юғала, – тине төбәк етәксеһе. – Был эште ябайлаштырырға кәрәк. Әгәр Сит ил эштәре министрлығы төбәктәргә ярҙам итһә, беҙ быны ыңғай баһалар инек.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республика үҙен Рәсәйҙең конгресс үҙәге булараҡ та күптән танытты.

– ШОС һәм БРИКС миҫалында башҡа төрлө күләмле сараларҙы ла юғары кимәлдә үткәрә алыуыбыҙ күптән билдәле. Ҡала яҡшы хәлдә, ҡунаҡтарға күрһәтеүе оят түгел, - тине Рөстәм Хәмитов. – Сит ил эштәре министрлығы ярҙамында күләмле сараларҙы үткәрергә әҙербеҙ. Минеңсә, ул барыһына ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр ине. Беҙ хеҙмәттәшлеккә һәм бергәләп эшләүгә әҙер.

Төбәк етәксеһе республикала сит илдәр менән үҙ-ара эш итеүҙе ябайлаштырыу, шул иҫәптән граждандарға туристик һәм эш сәфәрҙәренә виза алыу өсөн консуллыҡтарын асырға тәҡдим итте.

– Сит ил эштәре министрлығы Өфөнө һәм Башҡортостанды сит илдәрҙең консуллыҡтарын асыу өсөн тәҡдим итеүенә әҙербеҙ. Бындай эште үҙебеҙҙә башҡара алыр инек, сөнки беҙ матди, ойоштороу һәм интеллектуаль яҡтан быға әҙер, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Әгәр Өфөлә тағы өс-дүрт консуллыҡ асылһа, беҙ быны ҡуш ҡуллап ҡабул итербеҙ. Был беҙгә эшләү өсөн кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter