Обычный вид

Яңылыҡтар

01.11.2017 18:12:00

Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк сәйәсәте буйынса комиссия ултырышында сығыш яһаны

1 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк сәйәсәте буйынса комиссия ултырышында сығыш яһаны. Ул республика биләмәһендә «Газпром» төркөмө предприятиеларының эшмәкәрлегенә арналды.

Ултырышта «Газпром» Идараһы Рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың «Газпром» предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда яңы етештереү мөмкинлектәре булдырыу өсөн тейешле шарттар бар. Шул йәһәттән, «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү буйынса етештереү комплексын төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.

— Республика үҙ ваҡытында йыл һайын 20 миллиард кубометр газ тотондо. Хәҙер 15 миллиард кубометр файҙалана. «Газпром» тәрән эшкәртеү өсөн республика биләмәһендә йылына 2-5 миллиард кубометр газ «ҡалдыра» алыр ине, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса заманса проекттар бар, шул иҫәптән Wison Ҡытай компанияһы менән. Уның киләсәге бар һәм ул корпорация, ил, бөтөн газ химияһы өсөн кәрәк.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, «Газпром» менән Ҡытай корпорацияһының уртаҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе уҙған аҙнала газ концерны Идараһы Рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу барышында тикшерелде.

— Был тәҡдим менән Алексей Борисовичҡа мөрәжәғәт иттек һәм хуплау таптыҡ. Хәҙер был проект ентекләп өйренелә. Ул бер нисә миллиард доллар торған бик ҡиммәтле, ҙур, күләмле проект. Уның хаҡы йөҙәрләгән миллиард долларҙан ашып китә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – «Газпром» бөгөн бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын баһалап, ошо проектты хуплап сығыш яһаған хәлдә уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юғары буласаҡ. Иҡтисад яңы эш, етештереү урындары, бөтә яҡтан ҡарағанда ла яңы мөмкинлектәр, яңы һалымдар аласаҡ. Ошондай проектты ғәмәлгә ашырырға тырышырбыҙ.

Республиканың был башланғысын «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы Рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев та хупланы.

— Этилен һәм политэтилен бүлеп сығарыу менән эшкәртеү проекты, әлбиттә, беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы. Был өҫтәмә 3,5 миллиард кубометр самаһы газ һатыу мөмкинлеге, – тине Валерий Голубев. – Шул уҡ ваҡытта, уның өсөн бөтә техник мөмкинлектәр ҙә – газ-транспорт ҡеүәте, буш етештереү майҙансыҡтары, ресурстар – электр энергияһы, йылылыҡ, һыу бар. Республиканың ғилми комплексында һәм беҙҙең «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында эшләүсе юғары компетенциялы кешеләр бар. Шуға бында алдағы өс-биш йылда яңы предприятие барлыҡҡа килеүенә, бер һүҙһеҙ, шарттар бар.

Шулай уҡ ултырышта Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарҙа Башҡортостанда автотранспортты метан менән заправкалау өсөн алты яңы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөләсәге хаҡында белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала компания Идараһы Рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу барышында автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү тураһында килешеү өлгәшелде.

 – Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһында газ-мотор яғыулығындағы автомобилдәрҙе заправкалау станциялары селтәрен үҫтереү йүнәлешендә алдынғы, - тине Рөстәм Хәмитов.

Әлеге ваҡытта төбәк биләмәһендә «Газпром» төркөмөнә ҡараған 12 газ тултырыу станцияһы эшләй.

— Алексей Борисович менән алдағы ике-өс йылда тағы алты станция төҙөү кәрәклеге тураһында һөйләштек. Был корпорацияның республикабыҙҙы транспортты газ менән тәьмин итеү эшенә индергән яҡшы, әһәмиәтле өлөшө буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Үҙ сиратыбыҙҙа газда эшләүсе транспорт һанын ярайһы уҡ арттырырға йөкләмә алабыҙ. Был эште атҡара алырбыҙ тип уйлайым.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter