Обычный вид

Яңылыҡтар

31.10.2017 18:30:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

31 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итте. Ике сәғәтлек аралашыу барышында төбәк етәксеһе республика халҡы менән социаль өлкә, мәҙәниәт, туризм һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер  алышты. Сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.

***

Өфөлә йәшәүсе Кристина Семёнова республика Башлығына балаларҙы бушлай һөт аҙыҡтары менән ваҡытында тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Йәш әсә дарыуханала рецепт буйынса бирелергә тейеш балалар ҡатнашмаларының һәм бутҡаларҙың йыш ҡына булмауы, ә биргәндәренең балаға тап килмәүе хаҡында һөйләне.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә балалар аҙығын бушлай, шул иҫәптән һөт кухняларын ойоштороу мәсәьәләһен күп тапҡыр күтәргән Башҡортостан Башлығы был эште, тәү сиратта, муниципаль кимәлдә, әүҙемләштереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Балалар аҙығы темаһы – ысынлап-та киҫкен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уны республика кимәлендә асыҡларға тура килә, ә бының менән ҡала шөғөлләнергә тейеш. Әммә муниципалитеттар бер нимә лә эшләмәй тиерлек. Ә һөт кухняларын булдырырға кәрәк. Элек улар бик яҡшы эшләне. Беҙ был темаға тағы ҡайтырбыҙ әле, йәш әсәләрҙе бушлай балалар аҙығы менән тәьмин итеү өсөн сығымдар табырға, ҡала структураларының эшен әүҙемләштерергә тырышырбыҙ. Мохтаждар уны алырға тейеш.

Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә был һорауҙы хәл итеү юлдарын тикшерергә күрһәтмә бирҙе.

***

Өфөлә «3DStudio» компанияһын етәкләүсе Станислав Семёнов республика Башлығына «Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия» проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Станислав Семёнов әйтеүенсә, яңы интернет-портал теләгән һәр кемгә республиканың төрлө урындарында булырға, тәбиғәттең хозурлығын баһаларға, иҫтәлекле урындарҙы, шифаханаларҙы, ҡунаҡханаларҙы, башҡа объекттарҙы күрергә һәм өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. Был проект халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, конгрестарҙа, инвесторҙар менән һөйләүшеүҙәр үткәргәндә төбәкте тулы кимәлдә танытыу сараһына әйләнәсәк. Бынан тыш, ул Рәсәйҙә, республикала йәшәүселәр, шул иҫәптән һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн уңайлы буласаҡ.

Компания быға оҡшаш виртуаль турҙар әҙерләү тәжрибәһенә күптән эйә. Уларҙың проекттары Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре шифаханалары, тау саңғыһы комплекстары һәм муниципаль берәмектәрҙә киң танылыу яулаған. «Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия» проектын республиканың 100 йыллығына тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Төбәк Башлығы туризмды үҫтереү өсөн проекттың өҫтөнлөгөн билдәләне, уны мультителле итеп эшләргә, унда төрлө төркөм, мәҫәлән Ҡытай Халыҡ Республикаһы туристарына ҡыҙыҡлы булырҙай маршруттар ҡарарға тәҡдим итте.

— Яҡшы, ҡыҙыҡлы идея, хуплайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, уны нисек тормошҡа ашырыу юлдарын, беҙҙән нимә талап ителгәнен ҡарайыҡ.

Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса комплекслы план әҙерләргә ҡушты.

***

Башҡортостан Республикаһы Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд спорт мәктәбендә эшләүсе тау саңғыһы спорты буйынса тренер-уҡытыусы, Өфөнән Сергей Тищенко менән йәш спортсыларҙы ярыштарға әҙерләүҙе финанслау мөмкинлеген тикшерҙе.

Республика Башлығының күрһәтмәһе буйынса, уҡытыусы үҙаллы эшләгән «Башҡортостандың йәш таланттары» программаһы сиктәрендә йәш спортсыларҙы һәм уҡытыусыларҙы әҙерләүҙе ойошторған.

— Ярыштарҙа Мәскәү тренерҙары йәштәргә иғтибар бүлә, ата-әсәләр менән һөйләшеп, спортсыларҙы үҙҙәренең ҡул аҫтына алырға тырыша, – тип һөйләне Сергей Тищенко һәм республика яғынан тейешле иғтибар булмағанда көслө спортсыларҙың Башҡортостандан кисәсәге хаҡында белдерҙе.

Төбәк Башлығы фекеренсә, тау саңғыһы йүнәлеше – спортты, туризмды һәм әүҙем ялды үҫтереү йәһәтенән төбәк өсөн мөһим булып тора. Башҡортостандың тәбиғәт-климат шарттарын иҫәпкә алып, тармаҡ күләмле һәм системалы үҫешергә тейеш. Һүҙ спортсылар әҙерләү тураһында ғына түгел, ә халыҡ-ара кимәлдәге комплекстар һәм күнекмә майҙансыҡтары, заманса инфраструктура төҙөү хаҡында бара.

— Беҙгә киләһе йәйге уңышлы йәштәр төркөмөн, буласаҡ чемпиондарҙың әҙерлекһеҙ ҡалдырмаҫҡа, шул иҫәптән күнекмә базаларына сығыуҙан мәхрүм итмәү өсөн сығымдар табыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә кәрәкле ярҙам бүлеү мөмкинлеген ҡарарға йөкләмә бирҙе.

***

«Йатаған» башҡорт этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакиров Башҡортостан Башлығына музыкаль коллективты үҫтереү өсөн ярҙам күрһәтеү мөрәжәғәтен еткерҙе.

«Йатаған» төркөмө республика халыҡтарының этник музыкаһын һаҡлау һәм танытыу маҡсатында 2014 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусылар ойошторған. Коллектив композицияларын заманса аранжировкалар менән бергә боронғо башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында, шул иҫәптән ятағанда, ҡыл-ҡумыҙҙа, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала, бишҡылда, донъялағы башҡа халыҡтарҙың инструменттарында башҡара.

«Йатаған» төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә республика исеменән сығыш яһай. Быйыл коллектив «Себер донъяһы» халыҡ-ара этник музыка һәм һөнәрҙәр фестивалендә «Инструменталь ансамбль» номинацияһында лауреат исемен яуланы. Яңыраҡ  төркөмдөң  яңы альбомы донъя күрҙе, уны интернет-платформалар ярҙамында ла таратыу күҙаллана.

Илдар Шакиров коллективтың боронғо төрки уйын ҡоралы – ятаған хөрмәтенә аталғанын һөйләне. Ул гуслиға һәм япондарҙың котоһына оҡшаш. Республика башлығы инструменттың төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынды һәм унда уйнап ҡараны.

– Мин һеҙҙе тәүге тапҡыр ике йыл элек күргәйнем, һеҙҙе күҙәтеп барам, концерттарҙа тыңлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яңғырашығыҙ бик оҡшай.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитовҡа музыкаль төркөмгә ярҙам күрһәтеү варианттарын әҙерләргә күрһтмә бирҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter