Обычный вид

Яңылыҡтар

25.10.2017 17:22:00

Savencia компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән эшлекле осрашыу

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Savencia (Франция) компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Savencia Fromage & Diary, Бәләбәй һөт комбинаты компаниялары вәкилдәре һәм «Нерал» компаниялар төркөмөнөң күҙәтеү советы рәйесе Эрнст Исаев ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә Алекс Бонгрэн һәм Эрнст Исаев ниәттәр хаҡында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Француз компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән Бәләбәй предприятиеһының акциялар пакетын һатып алырға күҙаллай.

Осрашыу барышында Бәләбәй һөт комбинатын үҫтереү мөмкинлектәре һәм уның аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу юлдары тикшерелде.

— Һеҙҙең компанияны сыр етештереүҙә донъя лидеры булараҡ беләбеҙ. Ниндәй ғәйәт ҙур компетенцияларға эйә булыуығыҙҙы, һеҙҙә күпме тәжрибәле белгестәр эшләүен, продукцияның сифатын ни тиклем юғары кимәлдә тотоуығыҙҙы аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Компанияның республикаға килеүе, әлбиттә, беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға.

Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте компанияға яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер.

— Һеҙҙең килеүегеҙ менән Башҡортостандың һөт, сыр сәнәғәтен тағы ла әүҙем үҫтерергә теләйбеҙ. Проекттарҙың республикала тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Бәләбәй комбинатын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүегеҙҙе теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн комбинаттың торошо бик яҡшы. Был предприятие үҙенең компетенциялары, етештерелгән тауарҙың сифаты буйынса юғары кимәлдә тора. Ләкин һеҙ уны яңырта һәм заманса итеп эшләй алаһығыҙ. Был эштә республика Хөкүмәте һеҙгә бөтә яҡлап ярҙам итәсәк.

Компания, тәү сиратта, Бәләбәй һөт комбинатының тупланған бай тәжрибәһенә таянырға, уңышлы башланғыстарын дауам итергә, шулай уҡ йомшаҡ сырҙар етештереүгә тотонорға күҙаллай, тип билдәләне Алекс Бонгрэн.

— Комбинат сырҙар, һөт продукцияларын етештереүҙә төбәктә генә түгел, Рәсәйҙә лә лидер. Иң тәүҙә, һүҙ яйға һалынған етештереү хаҡында бара, – тине Алекс Бонгрэн. – Йомшаҡ француз сырҙарын етештереүҙе лә яйға һалып булыр тип ышанам. Францияла бренд һаналған сырҙарҙы етештереү өсөн инвестициялар йәлеп итергә әҙербеҙ. Завод ошондай сырҙарҙы етештереү буйынса алдынғы булһын өсөн белемебеҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ.

Savencia компаниялар төркөмө президенты республика Башлығын йомшаҡ сырҙарҙың тәүге партияһы сыҡҡас та уларҙан ауыҙ итергә саҡырҙы.

Белешмә өсөн:

Savencia Fromage & Diary ғаилә компанияһы 1956 йылда ойошторолған. Ул сыр етештереү буйынса донъяла – дүртенсе, Францияла икенсе урынды биләй.

Бөгөнгө көнгә компанияның 30 илдә етештереү филиалдары бар, улар йыл һайын 4 миллиард литрҙан ашыу һөт эшкәртә. Уның һөт продукцияһы донъяның 120 илендә һатыла. Компанияның табышы 4 млрд евронан ашыу. 1992 йылда Мәскәүҙә Рәсәй сауҙа вәкиллеген асҡандан һуң концерндың Рәсәй баҙарында продукцияһы барлыҡҡа килде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter