Обычный вид

Яңылыҡтар

20.10.2017 17:55:00

Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларына эш сәфәре

20 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларына эш сәфәре барышында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы үтәлеше менән танышты, сәнәғәт предприятиеларында булды һәм башҡорт фольклоры байрамында ҡатнашты.

***

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Проектҡа ярашлы, 93 ихатаны һәм бер йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Уның өсөн республика һәм федераль ҡаҙнанан 120 млн һум бүленгән.

Бөгөнгө көндә эштәр ҡаланың 61 ихатаһында тулыһынса тамамланған, 37-дә асфальт йәйеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу бара.  

Рөстәм Хәмитов Вокзал урамындағы йорттарҙың береһен ҡараны һәм халыҡ менән аралашты. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса алып барылған эштәр юғары сифатлы башҡарылған, шуға ла урындағы башланғыстарға ярҙам итеү эшен артабан да дауам итеү зарур.

Рөстәм Хәмитов 2017 йылдың майында Ҡала көнө уңайынан асылған Йондоҙҙар аллеяһын ҡараны. Бында, үҙ сиратында, Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалыусы сауҙагәр Савва Тетюшевҡа йондоҙ ҡуйылған.

***

Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында республика етәксеһе «Ашҡаҙар таңдары» V Республика башҡорт фольклоры байрамында ҡатнашты һәм ҡала халҡын ҙур ваҡиға менән ҡотланы.

Фестиваль 2006 йылдан үткәрелә һәм башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлауға һәм үҫтерергә йүнәлтелгән. Унда ауыл клубтары һәм ҡала мәҙәниәт һарайы нигеҙендә барлыҡҡа килгән үҙешмәкәр һәм халыҡ вокал-хореография коллективтары ҡатнаша.

Быйыл байрамда республиканың 29 районынан һәм һигеҙ ҡалаһынан, шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән 47 ижади коллектив ҡатнаша.

***

Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһында үткән күргәҙмәне ҡараған ваҡытта Рөстәм Хәмитов китапханаларҙы модернизациялау буйынса Стәрлетамаҡ тәжрибәһе буйынса фекер алышты.

Ҡаланың үҙәк китапханаһы директоры Әлфиә Әсфәндийәрова әйтеүенсә, 4-се китапханаһы базаһында ҡала йәштәрен берләштергән һәм ижадта тәүге аҙымдар яһаусыларҙың үҙенсәлекле майҙанына әйләнгән Йәштәр Креатив-үҙәге булдырылған. Унда төрлө оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, мәғариф-ағартыу курстары ойошторола.

Әлфиә Әсфәндийәрова һүҙҙәренсә, декабрҙә 2-се китапханала урынлашҡан Техник мәғлүмәт үҙәгендә физика һәм математика закондарын һүрәтләгән музей асыласаҡ. Проект урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

***

Ишембайҙа республика Башлығы «Транссервис Плюс» акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Әлеге ваҡытта унда углеводород ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы ойошмала айына 5 мең нефть продукттарын эшкәртергә уйлайҙар. Проект буйынса инвестиция күләме 300 млн һум тәшкил итә. Предприятиела 25 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

***

«Уңайла ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса 2017 йылда Ишембайҙа 12 ихата һәм бер йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Уның өсөн 61 млн һум йүнәлтелген, шуларҙың 49 млн һум – федераль бюджеттан, 10 млн һум – республика бюджетынан, 2 млн һум – урындағы башланғыстар программаһы буйынса халыҡтан йыйылған.

Әлеге ваҡытта һигеҙ ихатала эштәр тулыһынса тамамланған. Ҡалғандарында асфальт түшәү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу бара.

Рөстәм Хәмитов Докучаев урамында тамамланған эштәрҙе баһаланы. Төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә балалалар, баскетбол һәм футбол майҙандары барлыҡҡа килгән.

***

Ишембайҙа республика Башлығы Волга буйы федераль округынындағы Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының уҡыу блогында алып барылған ремонт эштәре барышын ҡараны.

Былтырҙан алып бина капиталь ремонтҡа ябылған. Тендер еңгән подрядсы ҡыйығын һүткәндән һуң, үҙенең финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында объекттан китергә мәжбүр булған. 2017 йылдың июлендә яңынан аукцион үткәрелеп подрядсы һайланған.

Әлеге вкҡытта барлыҡ төҙөлөш эштәре график буйынса башҡарыла. Объект 2017 йылдың аҙағына сафҡа инәсәк тип планлаштырыла.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter