Обычный вид

Яңылыҡтар

17.10.2017 18:58:00

Башҡортостанда «Кванториум» балалар технопаркы асылды

17 октябрҙә Башҡортостанда «Кванториум» балалар технопаркы асылды. Республикала ул бер юлы өс маҙанда эшләй башланы: икәүһе – Өфөлә һәм берәүе – Благовещенда.

Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов уҡыусыларға техник белемен камиллаштырыу үҙәге «Гагарин-үҙәк»тә урынлашҡан «Кванториум»ды асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул технопарктың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты һәм республика халҡын инновацион белем биреү учреждениеһының барлыҡҡа килеүе менән ҡотланы.

– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Балаларға яңы мөмкинлектәр биргән, ижади эшкә ылыҡтырған «Кванториум»дарҙың асылыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.  Тәү сиратта, был техник үҙәк. Бында балаларға хәҙерге инженер һөнәре буйынса ентекле, тулы белем бирерҙәр, тип ышанғы килә, - тине республика етәксеһе. – Киләсәктә лә барыһы ла балалар өсөн эшләнәсәк. Был өлкәлә эш дауам итәсәк. Белем биреү үҙәктәре намыҫлы эшләһен һәм беҙгә төрлө йүнәлештә белгестәр әҙерләһен. Технопаркты булдырыусыларҙың һәммәһенә лә рәхмәт.

                                                  ***

Үҙәктең директоры Игорь Нуйкин әйтеүенсә, технопарк өс йүнәлештә эшләйәсәк: робототехника, пилотһыҙ осоу аппараттарын төҙөү һәм йыһан инженерияһы.

Республика етәксеһе «Аэроквантум», «Робоквантум» һәм «Космоквантум»  төркөмдәрен, шулай уҡ информатика класын, 3D-принтерҙар менән йыһазландырылған «Hi-Tech цехы»н һәм башҡа заманса бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Рөстәм Хәмитов уҡыусылар менән аралашты, уларҙың проекттары менән ҡыҙыҡһынды һәм технопарк етәкселеге менән уның эше һәм үҫеш мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter