Обычный вид

Яңылыҡтар

13.10.2017 19:51:00

Рөстәм Хәмитов республика Федераль ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенең хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләренең йәмәғәт тыңлауҙарында сығыш яһаны

13 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Федераль ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенең хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләренең йәмәғәт тыңлауҙарында сығыш яһаны.

Сарала  Рәсәй Федерацияһы министры, «Контроль һәм күҙәтеү эшмкәрлегенең реформаһы» өҫтөнләклө программаһының кураторы  Михаил Абызов  ҡатнашты.

Башҡортостандың күҙәтеү ведомстволарында эштең яҡшы ойошторолоуы, эшҡыуарлыҡ тәртибе йәһәтенән етди тәжрибә тупланғаны билдәләнде. Шуның менән бергә, бизнес-берләшмә вәкилдәренең фекеренсә, Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең һәм төбәк органдарының функциялары һәм вәкәләттәре ҡабатланыу проблемаһы бар. Бынан тыш, йыш ҡына ведомствоның функциялары Федераль ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенеке менән тап килә.

Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Михаил Абызов республикала күҙәтеүсе ведомстволар араһында координациялау эшен күтәреү буйынса киләсәктә киңәйеүе ихтимал һынау проектын бойомға ашырырға тәҡдим итте.

— Мин Рөстәм Зәки улына республика Хөкүмәте майҙансығында координация форматын булдырырға тәҡдим иттем. Уның сиктәрендә федераль һәм төбәк вәкәләттәре буйынса тикшереүҙәрҙе һәм уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауҙы планлаштырыу буйынса уртаҡ эш уҙғарылыр ине. Федераль һәм төбәк инспекторҙары бер үк предприятиеларға йөрөмәһен, шул уҡ белешмәләрҙе һәм документтарҙы һорамаһын өсөн, – тине министр. – Икенсе яҡтан, федераль структураларҙың көйләнмәгән эше ҡабат тикшереүҙәргә килтергән ведомство-ара мәсьәләләр бар. Эшҡыуарҙар Федераль ветеринар фитосанитар хеҙмәте менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәтенең йыш ҡына бер үк нәмәне тикшереүенә иғтибарҙы йүнәлтә. Бында, республика Хөкүмәте майҙансығында ошо координацияны көсәйтергә кәрәк тип иҫәпләйем. Ул инспекторҙар составының эш сифатын күтәрәсәк, ә иң мөһиме – продукцияның сифатын арттырыуға килтерәсәк. Был дәүләт контроленең нимә өсөн барлығын аңлата.

Башҡортостан Башлығы төбәк ведомстволарының вәкәләттәрен киңәйтеү кәрәклеген билдәләп, был фекерҙе хупланы.

— Үҙ яғыбыҙҙан әйтелгәндең барыһын да – контроль-күҙәтеү хеҙмәттәренең үҙ-ара нисек эш итә алыуын күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһы миҫалында модель һынауын уҙғарырға тырышырбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә вәкәләттәр аҙыраҡ, сөнки ул федераль структуралар һәм ғәҙәттә урындағы федераль орган етәкселәре юғарыға ымлай: «Бына беҙгә етәксе әйтһә, беҙ эшләрбеҙ, ә былай бәйләнмәгеҙ». Әммә бергәләп талаптарға иғтибар итмәү хәлде «йомшарта», юҡҡа сығарырбыҙ һәм уңышҡа өлгәшербеҙ.

Бөгөн төп бурыс – кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыу, хәүефте иҫкәртеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Абызов.

—Бөгөн дәүләт һаҡлаған хәүефтәр буйынса йыл һайын 80 меңдән ашыу кеше һәләк була, был бик ҙур һан. Беҙгә уны тамырынан ҡыҫҡартырға һәм шул йәһәттән йыш ҡына ҡапмы-ҡаршы булған ике бурысты үтәү мөһим. Ул, бер яҡтан – төрлө дәүләт механизмдары пакетының сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү. Уның иҫәбенә ошо көнүҙәк бурыстарҙы башҡарасаҡбыҙ, — тине министр.

Уның әйтеүенсә, структураларҙың эшен тәртипкә килтереү, күпме тикшергән һәм күпме штраф һалған системаһынан арыныу зарур. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан күҙәтеү эшмәкәрлегенең алымы үҙгәртелә, ул хәүеф-йүнәлешле буласаҡ. Инспекторҙарҙы зыян килтереүҙе кисектереү күрһәткестәре буйынса баһалай башлаясаҡтар. Мәҫәлән: бешмә ауырыуын асыҡланылар – күҙәтеү ведомстволары насар эш алып барған, бешмә юҡ – иҫкәртеү эше яҡшы башҡарылған.

Спикерҙар шулай уҡ күҙәтеү ведомствоһының кадрҙар ротацияһы, мәғлүмәт таратыу, аҙыҡ-түлекте күсереү, яуыз боҙоуҙар өсөн санкцияларҙы ҡатыландырыу, Федераль ветеринар фитосанитар хеҙмәте менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте эшмәкәрлектәрен асыҡлау һорауҙарын тикшерҙеләр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter