Обычный вид

Яңылыҡтар

10.10.2017 20:50:00

Өфөлә Республика көнөнә арналған митинг-концерт үтте

10 октябрҙә Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда Республика көнөнә арналған митинг-концерт үтте. Унда 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Байрамға йыйылғандарҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне.

— Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы Республика көнө менән ҡотлайым. Беҙҙең республика  көслө һәм беҙ уны бергәләп үҫтерәсәкбеҙ. Республика көнө барыбыҙҙы ла – бөтә Башҡортостан халҡын берләштерә. Алда беҙҙе яҡшы эштәр көтә. Беҙ яңы мәктәптәр, дауаханалар төҙөйәсәкбеҙ, - тип белдерҙе төбәк етәксеһе. – Эш хаҡы күтәрелһен, яңы эш урындары булдырылһын өсөн эшләйәсәкбеҙ. Байрам менән ҡотлайым. Бергә булайыҡ. Республика сәскә атһын өсөн бергә тырышып эшләйек.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter