Обычный вид

Яңылыҡтар

10.10.2017 14:55:00

Өфөнөң Дим районында яңы мәктәп асылды

10 октябрҙә Өфөнөң Дим районында яңы 161-се лицейҙы асыу тантанаһы үтте. Ҡала халҡын ҙур ваҡиға менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

Республика етәксеһе балаларҙы яңы мәктәп менән ҡотлап уҡыуҙарында уңыштар теләне.

– Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең мәктәп иң яҡшыларҙан һанала. Бында бассейн, спорт залдары, иркен кластар, коридорҙар бар. Бер һүҙ менән, ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ яҡшы бүләк алдығыҙ, - тине республика Башлығы. – Был эштә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә оло рәхмәт. Сөнки, ысынлап та, мөһим эш башҡарылды. Бынан тыш, Дим районы үҫешә. Яҡын тирәлә матур йорттар ҡалҡып сыға. Беҙгә әле төҙөкләндереү буйынса күп эшләргә кәрәк. Балалар майҙансыҡтары, машина туҡталҡалары, магазиндар, ял итеү урындары етмәй. Барыһын да эшләргә кәрәк. Әлегә мәктәп асылыуы менән ҡотлайым. Уңыштар!


                                            ***

Һуңғы йылдарҙа Дим районы әүҙем үҫешә. «Көмөш шишмә» («Серебряный ручей»),  «Сағыу» («Яркий») биҫтәләрендә яңы йорттар һалына. Ошо торлаҡ комплекстарына халыҡтың ҙур ағымы менән бәйле районда мәктәп йәшендәге балаларҙың һаны йыл һайын уртаса 500 кешегә арта. Шул уҡ ваҡытта Димдә яңы мәктәптәр 1992 йылдан төҙөлмәгән.

Яҡындағы дөйөм белем биреү учреждениеларында кластарҙың артыҡ тулы булыуы һәм граждандарҙың бихисап мөрәжәғәттәре менән бәйле республика Башлығы «Көмөш шишмә» биҫтәһендә бөтә заманса талаптарға яуап биргән яңы мәктәп төҙөргә күрһәтмә бирҙе.

Лицей «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға булышлыҡ итеү» программаһы буйынса 2016 йылда төҙөлә башланы. Уның дөйөм майҙаны – 20 мең квадрат метрҙан ашыу. Объекттың хаҡы – 780 миллион һум.

Бина лифт менән йыһазландырылған, бассейны, ике ҙур спорт залы һәм 504 урынлыҡ тамаша залы бар. Башланғыс класс кабинеттары айырым блокта урынлашҡан. Мәктәп биләмәһендә футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары менән стадиондар бар.

Лицейҙың директоры Гөлнара Ғимазетдинова әйтеүенсә, 5 кластан алып уҡытыу иртә профилләшеүҙе күҙ уңында тота. Уҡытыу химия-биология, лингвистика, инженер йүнәлештәре буйынса ойошторолған. Мәктәп программаһының вариатив өлөшө һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек иҫәбенә фәндәр буйынса тәрән уҡытыу ҡаралған.

Республика Башлығы уҡыу кластарын, уйын һәм интерактив кабинеттарҙы, уҡыу фильмдарын ҡарау өсөн 3D-кинозалды, түңәрәктәр өсөн кабинетты, спортзалды, бассейнды, хеҙмәт бүлмәһен һәм ашхананы ҡараны. Директор һүҙҙәренсә, йорт йыһыздарын һәм ҡорамалдарҙы һайлағанда һаулыҡҡа зыян килтермәгән технологияларҙы ҡулланыу иҫәпкә алынған. Күпселек кластар интерактив гаджеттар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Рөстәм Хәмитов уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән аралашты, уҡытыу программаһының, дәрестән тыш эшмәкәрлектең үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән әңгәмәләшеү барышында Дим районын артабан үҫтереү һәм уның биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Уның фекеренсә, күрше мәктәптәрҙә балалар һаны саманан тыш артыҡ булыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү өсөн «Сағыу» һәм «Баланов» биҫтәләрендә мәктәптәр төҙөргә кәрәк.

— Дим районы үҫешә. Был биләмәлә матур йорттар барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ. Беҙгә төҙөкләндереү буйынса күп нәмә эшләргә кәрәк әле. Балалар майҙансыҡтары, машиналар өсөн туҡталыштар, магазиндар, ял өсөн биләмәләр етешмәй. Бөтә был эште эшләү мотлаҡ, әлбиттә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика көнө алдынан ошондай ғәжәйеп матур лицейҙың асылыуы тап килде. Бында 1200 бала уҡыясаҡ, уларҙың 700-ө – башланғыс класс уҡыусылары. Беҙҙә йәштәр күп, ҡыҙҙар һәм малайҙар үҫеп килә, әлбиттә, беҙ быға шатбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter