Обычный вид

Яңылыҡтар

09.10.2017 15:24:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

9 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк иҡтисадының төрлө өлкәләрендә эшләгән 47 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән баһаланды. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың опекундары ла бар.

– Беренсенән, һеҙҙе дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр алыуығыҙ менән ҡотлайым. Икенсенән, етеп килгән байрам – Республика көнө менән тәбрикләйем. Һаулыҡ, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ байрамды ҡыҙыу эш менән ҡаршылай. Беҙҙә финанс, етештереү күрһәткестәре яҡшы кимәлдә баһалана. Беҙ барлыҡ йүнәлештәр буйынса ышаныслы алға барабыҙ. Һөҙөмтәләр яҡшы ғына. Артабан да һеҙҙең менән бергә республикала хеҙмәт уңыштарын билдәләрбеҙ һәм алға барырбыҙ, тип ышанам.

(Бүләкләнеүселәр исемлеге).

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter