Обычный вид

Яңылыҡтар

03.10.2017 22:47:00

Башҡортостан уҡытыусылары менән осрашыу

3 октябрҙә Республика Йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре менән осрашты. Әңгәмә барышында республиканың мәғариф системаһын камиллаштырыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

***

Төбәк етәксеһе уҡытыусылыҡ һәләте, мәктәптәрҙә, юғары һәм махсус уҡыу йорттарында эшләргә теләге булған балаларҙы эҙләргә кәрәклеген билдәләне. Был – кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнгән республика университеттарының бурысы.

– Мин, һис шикһеҙ, уҡытыусыларға оло ихтирам менән ҡарайым. Мин үҙем уҡытыусылар ғаиләһенән, юғары уҡыу йортонда эшләнем. Уҡытыусы хеҙмәтенең нимә икәнлеген беләм. Был ауыр эш, шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлек, тәртип, эске йыйнаҡлыҡ һәм, әлбиттә, ижадилыҡ сифаттарын талап итә, – тине Рөстәм Хәмитов.

Ишембайҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова әйтеүенсә, бөгөн төрлө отчеттар яҙыуға бәйле ҡағыҙ эше уҡытыусының бик күп ваҡытын ала, ижад өсөн урын ҡалмай, тиһәң дә була. Өфөләге 60-сы лицейҙың математика уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Нина Ускова уҡытыусыларға осраған бюрократик ҡаршылыҡтар хаҡында һөйләне.

– Мәғариф министрлығындағы хәлде тикшерәсәкмен, сөнки уның яңыны, ижадилыҡты ҡабул итмәгән консерватив ойошма икәнлеген тәүгә ишетмәйем, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ осрашыу барышында Өфөләге 42-се лицейҙың химия уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина баш ҡалала башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте.

Уның фекеренсә, был уҡытыусы һөнәренең мөһимлеген күрһәтеүҙең төп ысулдарының береһе булыр һәм һөнәрҙең абруйын күтәрергә булышлыҡ итер ине. Республика Башлығы идеяны хупланы.  

– Балаларҙың, халыҡтың, илебеҙҙең буласаҡ граждандарының киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Был бик ҙур яуаплылыҡ. Республиканың уҡытыусылар коллективында 30 меңдән ашыу кеше. Уҡытыусылар берләшмәһенә финанс яҡтан ғына түгел, ә тәү сиратта әхлаҡи яҡтан ярҙам итергә кәрәклеген аңлайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы йылдарҙа мөғәллимлек итеүҙең абруйын күтәрергә тырышабыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ошо ҡатмарлы, ауыр хеҙмәткә  теләп бармауын күрәбеҙ. Уҡытыусы һөнәре – үтә ҡатмарлы, бөтә йәһәттән дә ауыр, өҫтәүенә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнмәй, тигән фекер өҫтөнлөк итә. Был йәштәрҙе ситләштерә. Ләкин шул уҡ ваҡытта булмышты бер кем дә тартып алмаған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter