Обычный вид

Яңылыҡтар

28.09.2017 19:03:00

Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров менән эшлекле осрашыу

28 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаровтың эшлекле осрашыуҙары үтте. Төбәктәр араһында сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу юлында етди аҙымдар эшләнек: Башҡортостан һәм Омск өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара, шулай уҡ нефть химияһы кластерҙары араһында ике мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгә ошондай килешеүҙәр аша бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эше өсөн нигеҙ булдырыуыбыҙ көн кеүек асыҡ.

Киләһе йыл ике төбәктең нефть һәм химия кластерҙары хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тәүге проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланасаҡ, тип билдәләне республика Башлығы. Улар кумол һәм фенол етештереү менән бәйле буласаҡ.

Осрашыу барышында яҡтар туризмды үҫтереү һәм мәҙәни делегациялар менән алмашыу юлы аша милли йолаларға ярҙам итеү мәсьәләләренә туҡтлды. Виктор Назаров Рөстәм Хәмитовты октябрҙә Омск ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара социаль эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы.

— Бөгөн был йүнәлеш беҙҙә үҫеште. Уға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ та инә. Һеҙҙең делегацияны ошо форумда ҡатнашырға саҡырам, – тине губернатор. – Ысынлап та яҡшы проекттар бар. Хәҙер күптәр социаль эшҡыуарлыҡһыҙ биләмәләр үҫешенең булмауын аңлай башланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter