Обычный вид

Яңылыҡтар

28.09.2017 18:52:00

Башҡортостан Республикаһы һәм Омск өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

28 сентябрҙә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең өсөнсө бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Омск өлкәһе Хөкүмәте араһында иҡтисад, мәҙәниәт, социаль һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатында биш йылға иҫәпләнгән. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр сәнәғәт, сауҙа, ауыл хужалығы, инвестиция йәлеп итеү, фән һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ ике төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында эшлекле бәйләнештәр нығытыу, нефть һәм химия кластерын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы булдырыу күҙ уңында тотола.

Бынан тыш, сарала «Башҡортостаан Республикаһының нефть һәм химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Эльшад Теләшев һәм Омск өлкәһенең Нефть һәм химия сәнәғәт кластерын үҫтереүгә булышлыҡ итеү ассоциацияһының башҡарма директоры, Идара итеү рәйесе Олег Молоштанов Башҡортостан Республикаһының Нефть һәм химия биләмә кластеры һәм Омск өлкәһе
Нефьть һәм химия сәнәғәт кластеры араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе ҡул тамғалары менән нығытты.

Документ кластерҙар араһында бәйләнеш системаһын барлыҡҡа килтереүгә, кластер-ара проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар, финанс-кредит ойошмалары менән бәйләнеш булдырыуға, юғары технологиялы продукция күләмен арттырыуға һәм сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Ул төбәктерҙең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген һәм кластерҙың конкурентлығын арттырасаҡ.

Омск өлкәһенең Нефть һәм химия кластеры 20 йылға иҫәпләнгән һәм 200 млрд һумға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында  тота. Объекттарҙы төҙөү һәм модернизациялау өсөн Башҡортостандың нефть һәм химия кластеры предприятиелары йәлеп ителәсәк. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter