Обычный вид

Яңылыҡтар

27.09.2017 20:55:00

Рөстәм Хәмитов авиация үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе

27 сентябрҙә республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан авиаташыуҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм Рәсәйҙең эре авиакомпаниялары етәкселәре ҡатнашты.

— Аэропорттар темаһында беҙҙең өсөн иң мөһиме – ул кешеләрҙең именлеге, бөтә ҡатмарлы аэродром комплексы хеҙмәттәре эшенең ышанысы, уның техник торошона иң юғары талаптар кимәлен тәьмин итеү, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға һауа ҡапҡаларын яңыртыуға айырым иғтибар бүленә. Ул ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына әҙерлек барышында уҡ башланды, хәҙер дауам итә һәм киләсәктә лә алып барыласаҡ. Быйыл эске һауа линиялары терминалын яңыртыуға тотонорбыҙ, моғайын. Объект бәләкәй түгел, әммә кәрәкле һәм мөһим. Ул заманса комплекс буласаҡ.

«Өфө» аэропорты ике йыл дауамында илдең төбәк аэропорттары араһында беренсе урын алып, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Шуның менән бергә уның мөмкинлектәрен киңәйтергә кәрәк.

— «Өфө» аэпортынан осоу даирәһен киңәйтергә кәрәк. Партнёр-авиакомпанияларҙың һанын арттырыу зарур. Халыҡ-ара һәм төбәк йүнәлештәрҙе үҫтереү шарт, айырыуса республиканың хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫешкән илдәргә һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Башҡа бурыстар иҫәбендә Рөстәм Хәмитов «Өфө» аэропортында урынлашҡан самолёттарҙың иҫәбен арттырыуҙы, һауа судноларын берҙәм техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау үҙәген булдырыуҙы атаны.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан төбәк авиаташыуҙарҙы субсидиялау мәсьәләһен тикшерҙе. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы уның өсөн 60 миллион һум субсидия бүлгән.

Кәңәшмәлә, шул иҫәптән нефть тармағы предприятиелары, санитар авиацияһы, урмандарҙы һаҡлау һәм эске, төбәк-ара туризмды үҫтереү өсөн республика эсендә авиацияны ҡулланыу мөмкинлектәре тикшерелде.

— Беҙгә аныҡ эштәр кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергәләп Өфө аэропортында пассажирҙар ағымын 3 миллион кешегә еткерәйек, артабан  4  миллион пассажирға ла етербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика алдағы 15-20 йылға иҫәп менән яңы эске һауа линиялары терминалын төҙөй. Авиация тармағы үҫешһен, унда хәрәкәт итеүселәр һаны артһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter