Обычный вид

Яңылыҡтар

20.09.2017 14:50:00

JVP холдингының директорҙар советы рәйесе Виктор Пичугов менән эшлекле осрашыу

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов JVP холдингының директорҙар советы рәйесе Виктор Пичугов менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев, «Рус Игене Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Максим Степнов ҡатнашты.

JVP компанияһы профессиональ менеджмент, фонд баҙарында активтар менән ышаныслы идара итеү өлкәһендә махсуслашҡан, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторының төрлө өлкәләренә инвестицияларҙы тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта JVP «Рус Игене Өфө» холдингының идара итеүсе компанияһы булып тора, был холдингка бер нисә ҡошсолоҡ фабрикаһы, Өфө икмәк продукттары комбинаты ҡарай.

Осрашыу барышында республиканың агросәнәғәт комплексында инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, шул иҫәптән бройлер йүнәлешендәге предприятиеларҙы төҙөкләндереү, ҡатнаш аҙыҡ етештереү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter