Обычный вид

Яңылыҡтар

15.09.2017 16:19:00

Рөстәм Хәмитов «Роснефть» компанияһының вице-президенты Геннадий Букаевты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне

15 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Роснефть» асыҡ акционерҙар компанияһының вице-президенты – Эске аудит хеҙмәте етәксеһе Геннадий Букаев менән осрашты һәм уны 70 йәше менән ҡотланы.

– Һеҙ 1980, 1990 һәм 2000 йылдарҙа республика өсөн бик күп эштәр башҡарҙығыҙ. Ҡыҙыҡлы сараларҙа әүҙем ҡатнаштығыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең ҡатнашлыҡта республика һалым хеҙмәтенең булдырылыуын барыһы ла яҡшы белә. Һеҙ уның беренсе етәксеһе булдығыҙ, шунда уҡ мәғлүмәт технологияларына, мәғлүмәтләштереүгә тотондоғоҙ. Был Рәсәй Федерацияһында  ошондай кимәлдәге тәүге тәжрибә булды. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ Рәсәйҙең һалымдар һәм йыйымдар министры булып китеүегеҙгә булышлыҡ итте.

Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов Геннадий Букаевҡа «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған Указға ярашлы, юбиляр республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне, емешле һәм күп йыллыҡ дәүләт эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнде.

– Рәхмәт, Рөстәм Зәки улы! Юғары награда өсөн рәхмәтлемен, сөнки минең төп ижади, әүҙем тормошом республика менән бәйле, – тип билдәләне Геннадий Букаев. – 1966 йылдан, Өфө нефть институтына уҡырға ингәс, 1999 йылға тиклем Башҡортостанда йәшәнем, уҡыным һәм эшләнем. Шәхес, етәксе булараҡ тап ошонда формалаштым, һәм миңә эшләргә, ижад итергә уңайлы булған өсөн республикабыҙға рәхмәтлемен. Артабан ошонда барлыҡҡа килтергәнде федераль кимәлдә тормошҡа ашырҙым. Башҡортостан миңә тормошҡа юллама бирҙе, тип әйтергә мөмкин.

Белешмә:

Букаев Геннадий Иванович 1947 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур өлкәһендә тыуған. Боғорослан нефть промыслаһы техникумын тамамлағандан һуң, быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй.

1971 йылда «инженер-электрик» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын, 1980 йылда иһә Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. Юғары уҡыу йортонан һуң төҙөлөш тармағында эшләй. 1977 йылдан – партия эшендә. 1985-1990 йылдарҙа – КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитетының беренсе секретары. 1990-1992 йылдарҙа – БАССР Министрҙар советының бүлек мөдире. 1992-1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт һалым инспекцияһын етәкләй.

2000-2004 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар министры. 2004-2008 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе ярҙамсыһы. 2008-2012 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары ярҙамсыһы. 2012-2013 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты советнигы. 2013 йылдан «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте структураларында эшләй.

Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter