Обычный вид

Яңылыҡтар

14.09.2017 18:27:00

Башҡортостандағы милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашыу

14 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашты.

Осрашыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев һәм Төбәк татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева ҡатнашты.

Тел мәсьәләләре тикшерелде һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәләрен үтәү юлдары ҡаралды.

– Тел темаһы бик сетерекле мәсьәлә. Уға етди ҡарарға кәрәк, сөнки был теманы сәйәсиләштерергә һәм, ысынында, власҡа, республикаға, дәүләткә ҡарата кире ҡараш тыуҙырырға тырышалар. Быға бер нисә сәбәп арҡаһында, шул иҫәптән тел билдәһе буйынса хәлде ҡатмарлаштырыу хәүефле булғанлыҡтан, юл ҡуйырға ярамай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Икенсенән, ил Конституцияһы, республика Конституцияһы Рәсәй халыҡтары телдәрен яҡлауҙы, телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы гарантиялай. Әлеге көндә туған телдәрҙе, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән ышаныслы ҡануниәт базаһы бар.

Төбәк етәксеһе Рәсәй һәм республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың телдәре яҡлауға һәм ярҙамға мохтажлығын билдәләне. Был туған телен белгән кешеләрҙең аҙайыуы менән бәйле. Ошо кире күренештең сәбәптәре иҫәбендә Рөстәм Хәмитов глобалләштереүҙе, универсаль аралашыу телен эҙләүҙе, шулай уҡ туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләренә формаль мөнәсәбәтте атаны.

Башҡортостандың дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген һәм уны файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү маҡсатында Указға ҡул ҡуйылды.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика Башлығының башланғыстарын хупланы һәм ҡабул иткән ҡарарҙарға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

– Тәҡдим ителгән системалы саралар комплексы дәүләт һәм туған телдәрҙе яҡлауҙың, тәү сиратта, телдә аралашыусыларҙың мәғариф системаһы менән берлектәге эше икәнлеге хаҡында һөйләй. Был – ғаиләнең, йәмәғәт ойошмаларының, милли-мәҙәни ойошмаларҙың һәм дәүләт органдарының бурысы, – тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

Парламентарий фекеренсә, дәүләт һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре төбәк кимәлендә генә түгел, федераль кимәлдә лә яҡланырға тейеш. Ул ошо мәсьәләне Дәүләт Думаһының Милләттәр эше комитетына фекер алышыуға сығарырға ниәтләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, туған телдәрҙе яҡлау – рус дөйөм дәүләт телен яҡлау өсөн нигеҙ булып тороуын билдәләне.

– Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре рус телен үҫтерә. Был бер организм: йөрәге – рус теле, ә тамырҙары – туған телдәр, – тине Әмир Ишемғолов. – Рәсәй халыҡтары телдәре юҡҡа сыҡһа, рус теленә лә хәүеф янаясаҡ.

Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү эшен башлаған. Тейешле дәүләт программаһы проектындағы 122 пункттың 100-өн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдим иткән.

Башҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев хәҙерге көндә Башҡортостанда телдәр төрлөлөгө юридик яҡтан нығытылған нигеҙе булһын өсөн бөтә шарттар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бөгөнгө Указ –  милли-мәҙәни ойошмаларға алып барылған эште ойоштороуҙа йүнәлеш булып тора, – тип билдәләне Виктор Пчелинцев.

Төбәк татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева туған телдәрҙе популярлаштырыу, балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә уларға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу буйынса бер нисә тәҡдим индерҙе. Ул милли йәкшәмбе мәктәптәре эшенең мөһимлеген билдәләне. Был мәктәптә уҡыусылар туған телен камиллаштырып ҡына ҡалмай, үҙ халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, төрлө фольклор байрамдарында ҡатнаша ала.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter