Обычный вид

Яңылыҡтар

06.09.2017 17:59:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

6 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.  Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә, торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалығы, агросәнәғәт комплексы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, суд системаһы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, физик культура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм дин әһелдәре, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт тармағында эшләүсе 56 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары орден-миҙалдар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Республика Башлығы тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп эштәрендә уңыштар теләне һәм юғары наградаларға хеҙмәткәрҙәр менән берҙәм булып эшләгәндә генә ирешергә мөмкин, тип билдәләне.

– Беренсенән, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Хәҙерге заманда коллектив хеҙмәт кенә уңыштарға алып килә, –  тине Рөстәм Хәмитов. –  Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһында ҙур төбәктәрҙең береһе һанала.  Һәр кем тыуып үҫкән төйәгенең яҙмышы, үҫеше өсөн яуаплы. Беҙҙә төрлө йүнәлештәр буйынса тырышып эшләгән кешеләр күп. Улар барыһына ла миҫал булып тора.

Бүләкләнеүселәр исемлеге.

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт