Обычный вид

Яңылыҡтар

30.08.2017 20:59:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында ҡатнашты

30 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Ултырышта «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» өҫтөнлөклө программаһының паспорты, шулай уҡ ошоға оҡшаш төбәк программаларын тормошҡа ашырған төбәктәр исемлеге барланды.

Премьер-министр әйтеүенсә, иҡтисадтың тотороҡло һәм конкурентлыҡҡа һәләтле булыуы хеҙмәт етештереүсәнлегенә бәйле. Әлегә Рәсәй ошо күрһәткес буйынса үҫешкән дәүләттәрҙән күпкә ҡалыша. 2015 йылда илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәренә ҡарағанда ике тапҡырға кәмегән.

Етештереүсәнлекте тотҡарлаған башҡа сәбәптәр иҫәбендә Хөкүмәт Рәйесе инвестицияларҙың етмәүен, ҡануниәттең камил булмауын һәм башҡа административ кәртәләрҙе атаны. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса проект әҙерләнгән.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы беренсе этапта 16 төбәкте һайлап алған, унда предприятиеларҙа дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары эшләйәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter