Обычный вид

Яңылыҡтар

30.08.2017 18:00:00

Рөстәм Хәмитов республиканың газ һәм нефть тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

30 августа Өфөлә «Башҡоростан» дәүләт концерт залында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективын һөнәри байрамдары – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе предприятиеға етештереү эшендә яңы уңыштар теләне һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Күбеһенсә һеҙҙең тырышлыҡ  менән Башҡортостанда ойошмалар уңышлы эшләп килә, мөһим инфраструктура һәм социаль проекттар тормошҡа ашырыла, кешеләр йылыға, йорттағы уңайлыҡтарға ҡыуана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күп йылдар дауамында ышаныслы партнерыбыҙ – «Газпром» корпорацияһының предприятиелар төркөмө республиканың иҡтисади ҡеүәтен һәм социаль именлеген нығытыуҙа, энергетиканы, торлаҡ-коммуналь комплексын, инвестиция һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүҙә төп ролде башҡара.

Башҡортостан Башлығы республика ойошмаларының «Газпром» менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһен дә юғары баһаланы.

— Бөгөн республикала сығарылған продукцияның 94 төрө «Газпром» объекттарында ҡулланыуға рөхсәт ителгән ҡорамалдар, материалдар һәм технологиялар реестрына индерелгән. 2014 йылдан алып компания республикала етештерелгән юғары технология продукцияны 7 млрд һумға һатып алды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Өфөнең моторҙар эшләүселәре менән берлектә газ ҡыуыу агрегаттары составында ҡулланылған АЛ-31СТ авиация двигателен камиллаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Уның ышаныс күрһәткестәре лә күпкә яҡшыртылды. Ул Өфө двигателенә «Газпром»дың 16-мегаватт машиналары линейкаһында төп ҡорамал булырға ярҙам итте. Нәҡ ошондай проекттар илде импортҡа мохтажлыҡтан арындырып, сәнәғәтте алға әйҙәй.

Республика етәксеһе предприятиеның газ тәьминәтенең осһоҙ һәм ышаныслы булыуын арттырыуға, газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.

— Хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яңы йүнәлештәр, республика предприятиеларының «Газпром»дың инновация проекттарында ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр табыуығыҙ, беҙҙең техник вуздар менән берлектә газ сәнәғәте өсөн ихтыяжлы булған белгестәр әҙерләүҙә кадрҙар заказын камиллаштырыуығыҙ мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм һөнәри үҫешеүҙә шарттар булдырып, йәштәребеҙ Башҡортостанда йәшәргә һәм эшләргә ҡалһын өсөн ярҙамығыҙ ҙур.

«Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһының ҡаҙаныштары иҫәбендә төбәк етәксеһе экологик сәйәсәтте һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән уңышлы үҙ-ара эш итеүҙе, Башҡортостандың район-ҡалаларында спорт объекттарын төҙөүҙе әйтеп үтте.

— «Газпром» компанияһы предприятиеларының эшмәкәрлеге – юғары профессионализм, корпоратив рух өлгөһө, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн ошо залда дуҫ коллективты, хөрмәтле ветерандарҙы, хеҙмәт алдынғыларын, йәштәрҙе күрәм. Һеҙҙең көсөгөҙ – быуындар бәйләнешендә, яҡшы йолаларҙың дауам ителеүендә. Ошо берҙәмлек артабан да нығынһын. Эшегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!

Белешмә өсөн:

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте газды өҙлөкһөҙ йөрөтөүҙе, шулай уҡ уны республиканың сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыусыларына тотороҡһоҙ илтеүҙе тәьмин итә. Предприятие 5 меңләп саҡрым магистраль газ үткәргесен, компрессор һәм газ бүлеү станцияларын файҙалана. Оҙатылған зәңгәр яғыулыҡтың йыллыҡ күләме 100 миллиард кубометр самаһы тәшкил итә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter