Обычный вид

Яңылыҡтар

29.08.2017 15:08:00

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тураһында Указға ҡул ҡуйылды

Ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тип үҙгәртелде.

Министрлыҡҡа республика Хөкүмәтенә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хаҡында Положениены раҫлауға индерергә, шулай уҡ ведомство структураһында тейешле Идаралыҡ булдырырға күрһәтмә бирелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter