Обычный вид

Яңылыҡтар

29.08.2017 13:54:00

Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Кузнецов затоны» биҫтәһенең төҙөлөш барышы менән танышты

29 августа Өфө буйлап эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Киров районында «Кузнецов затоны» биҫтәһенең төҙөлөш барышы менән танышты.

Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директоры Григорий Невоструев әйтеүенсә, биҫтәлә дөйөм майҙаны 62 мең квадрат метрлыҡ 1 320 фатир төҙөү ҡаралған. Биләмәнең төп үҙенсәлеге - бында төрлө программалар буйынса социаль йорт ҡына һалына, шулай уҡ авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү ҡаралған. Бында торлаҡ төҙөлөшө программаһында ҡатнашыусылар, йәш һәм күп балалы ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хатта алданған өлөшсөләр ҙә фатир һатып ала. Эске биҙәү эштәре башҡарылған торлаҡтың бер квадрат метры 37 200 һум тәшкил итә.

Республика етәксеһе фатирҙарҙы ҡараны, башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы, төҙөүсе ойошманың вәкилдәре менән биләмәне төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, транспорт мәсьәләләрен тикшерҙе. Григорий Невоструев вәғәҙә итеүенсә,һәр ихатала автомобилдәр туҡталҡаһы, балалар өсөн уйын, спорт һәм хужалыҡ майҙансыҡтары, шулай уҡ ағастар ултыртыу ҡаралған. Йорттарҙың беренсе ҡатында йәмәғәт һәм административ тәғәйенләнештәге биналар урынлашасаҡ. Эргәлә балалар баҡсаһы һәм магазиндар урынлашҡан.

Белешмә өсөн:

2013-2017 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу барышында майҙаны 448 мең квадрат метрлыҡ 389 күп фатирлы йорт төҙөлгән. Ошо йорттарға 1000-дән ашыу авариялы йорттан 28 меңдән күберәк кеше күсерелә. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 14,3 миллиард һум тәшкил итә. Бөгөнгә барлыҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылған. Халыҡты күсереү бара.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаларҙа Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар 25 объектты сафҡа индергән. 2015-2018 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһы сиктәрендә Яңауылда, Мәләүездә һәм Иглин районында өс күп фатирлы йорт һалына башлаған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter