Обычный вид

Яңылыҡтар

25.08.2017 17:33:00

Бөрө һәм Мишкә райондарына эш сәфәре

25 августа Бөрө һәм Мишкә райондарына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ураҡ эштәре барышы менән танышты һәм социаль, инфраструктур объекттарҙы ҡараны.

***

Бөрө районының Калинники ауылында республика етәксеһе Виктор Челнынцевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуҙарын ҡараны. Хужалыҡта традицион бөртөклөләрҙән тыш, май биргән культуралар үҫтерелә.

Крәҫтиән-фермер хужалығы 2014 йылда ойошторолған. Ошо йылдар эсендә хужалыҡтың баҫыу майҙандары 800-ҙән 2,5 мең гектарға тиклем арттырылған. Быйылғы уңыш ҡеүәте бер гектарҙан 25 центнерға етер, тип күҙаллана.

Хужалыҡ етәксеһе эште фәнни яҡтан ойоштороуға, элиталы орлоҡтар, сифатлы ашламалар һәм препараттар һатып алыуға иғтибар бүлә. Шуға ла хужалыҡ майлы культуралар үҫтереү йәһәтенән алдынғыларҙан һанала. Бында төнъяҡ урман зонаһы тәбиғәт шарттарына махсуслашҡан етен, рапс, аҡ гәрсис үҫтерелә.

Ауыл хужалығы фәндәре докторы Радик Ғәйфүллин әйтеүенсә, бындай культуралар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итә һәм 1 гектарҙан 8-15 мең һумға тиклем килем алырға мөмкинлек бирә. Баҙар шарттарында ла ул киң һорау менән ҡулланыла.

Рөстәм Хәмитовты беҙҙең республика өсөн ят булған абиссин крамбеһы тигән культура ҡыҙыҡһындырҙы. Уны Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк Башҡортостан ғалимдары өйрәнгән булған.

1930 йылда Воронеж өлкәһендә үҫемлекте беренсе тапҡыр баҫыу шарттарында һынап ҡарайҙар. Уның орлоҡтары фәнни тәжрибә уратҡлашыу ваҡтында Алжир ботаник баҡсаһынан килтерелгән. 1939 йылдан алып крамбе Советтар Союзының төрлө республикаларына оҙатыла, шул йәһәттән БАССР-ға ла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында крамбены тикшереү менән тик Башҡортостанда ғына шөғөлләнгәндәр. Культураны ентекле өйрәнеүгә профессор Евгений Кучеров күп көс һалған ғалимдарҙың береһе. Һуғыш йылдарынан һуң, крамбе орлоҡтары сәселһә лә, 1960 йылдан һуң, культура баҫыуҙарҙан тулыһынса юҡҡа сыға.  

Әлеге ваҡытта ул Европа, Америка һәм Азия илдәрендә өйрәнелә һәм үҫтерелә. Крамбе орлоғонан һығылған май аҙыҡта һәм техник маҡсатында ҡулланыла, шулай уҡ биояғыулыҡ өсөн файҙалланыла.

Республика Башлығы хужалыҡтың мөмкинлектәрен юғары баһаланы һәм бындай алдынғы тәжрибәләрҙе ҡулланған хужалыҡтарға ярҙам буласағын, субсидия, субвенциялар менән булышлыҡ итергә вәғәҙәләне.

***

Мишкә районының Баймырҙа ауылында төбәк Башлығы Ҡыңғыр йылғаһы аша төҙөлгән автомобиль күперен капиталь ремонтлау эшен баһаланы. Күпер 1970 йылда уҡ төҙөлгән һәм һуңғы йылдарҙа авария хәлендә булған. Мәктәп автобустарына һәм тирә-яҡтағы ауылдарҙан кешеләр Баймырҙаға 15 километр урау юл үтеп килгән.

2016 йылдың декабрендә «Дормост» подрядсы ойошмаһы күперҙе төҙөй башлаған.  Объект капиталь ремонттан һуң, ошо айҙа файҙалланыуға тапшырылған.

Рөстәм Хәмитов ауыл халҡы менән аралашты, уларҙың проблемалары менән ҡыҙыҡһынды һәм район етәкселеге менән биләмәне үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Әлеге ваҡытта Баймырҙа ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткән, һыу үткәреү системаһында капиталь ремонт эштәре башҡарыла.  Фельдшер-акушер пунктын яңыртыу мәсьәләһе бар. Республика Башлығы ауыл ФАП-тарын модернизациялау программаһы барышында мәсьәләнең яҡын арала ыңғай хәл ителеүен белдерҙе.

***

Быйыл майҙа Башҡортостан илдә беренсе булып Мишкә районының Ирсай ауылында ҡарттар һәм инвалидтар өсөн социаль хеҙмәтләндереү буйынса станционар пансионат төҙөү тураһында концессия килешеүен төҙөнө. Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов социаль өлкәһендә дәүләт-шәхси партнёрлыҡтың пилот проекты менән танышты.

2012 йылда файҙалланмаған бина 25 урынлыҡ пансионат төҙөү маҡсатында дәүләт милкенә тапшырылған. 2013 йылда бинала 16,4 млн һумға капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Әммә объектҡа мебель, ашхана, медицина ҡорамалдарын һатып алыу өсөн өҫтәмә финанс сығымдар талап ителгән.

Килешеү 25 йылға иҫәпләнгән. «Ғаилә» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тарафынан 5 млн һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Уның һөҙөмтәһендә 15 эш урыны барлыҡҡа киләсәк һәм социаль хеҙмәтләндереү алыусыларға 25 заманса уңайлыҡлы карауаттар һатып алынасаҡ.

Әлеге ваҡытта пансионатта штат булдырылған. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы юлламаһы буйынса  социаль хеҙмәт алыусыларҙы күсереү ойошторола. Шулай уҡ сентябрҙә кешеләр түләүле нигеҙҙә йәшәй башлаясаҡ.

Республика Башлығы торлаҡ, ял итеү бүлмәләрен, ашхананы, медицина кабинетын ҡарап сыҡты.  Хеҙмәтләндереү пансионатта йәшәүселәргә һәм урындағы халыҡҡа тәҡдим ителә.

– Афарин! Һеҙ илдә беренселәрҙән булып концессия килешеүен төҙөнөгөҙ. Ҡарарбыҙ, барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, тәжрибә ураҡлашырбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

***

Яңы Васькин ауылы янында республика етәксеһе Мишкә агросәнәғәт колледжының баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре менән танышты.

Колледж директоры Валерий Байбулатов әйтеүенсә, студенттар уңыш йыйырға әле яңы төшә. Уныңса, комбайында эшләү егеттәргә артабан уҡыуҙа ла ярҙам итә.

Быйыл уҡыу йылына ҡабул итеү буйынса план үтәлгән. Мәғариф учреждениеһында 150 студент  «ауыл хужалығын етештереү мастеры», «тракторсы», «умартасы», «ашнаҡсы, кондитер» йүнәлештәре буйынса һөнәр үҙләштерәсәк.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, колледждың уҡыу хужалығы базаһында ауыл хужалығы предприятиеһы ойоштороу һәм белгестәр әҙерләү өсөн «Йәш фермер мәктәбе»ен булдырыу мәсьәләһе ҡарала.  Рөстәм Хәмитов бындай эште ыңғай баһаланы.

Мишкә ауылында республика Башлығы райондың мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә сығыш яһаны:

– Бында райондың август кәңәшмәһе үткәнен белгәс, инмәй булдыра алманым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм.

Төбәк етәксеһе республикала мәғариф системаһының файҙалы эшләүе хаҡында белдерҙе. Бынан тыш, олимпиадаларҙа алдынғы урындар яуларға, электрон белем биреү технологияларын индерергә, профессиональ белем биреүҙә әүҙем эшләргә кәрәк.

– Беҙҙең Мишкә агросәнәғәт колледжы яҡшы эшләй. Уҡыусыларҙың ураҡ эштәрендә ҡатнашыуын ҡарап сыҡтыҡ, - тип һөйләне Башҡортостан Башлығы. – Мишкә агросәнәғәт колледжы республикала тәүгеләрҙән булып ҡабул итеү буйынса планды үтәне. Был яҡшы күрһәткес. Директорҙары әүҙем, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙ булдыҡлығы менән 300-ҙән ашыу уҡыусы йыйған.

***

Мишкә район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов 2016 йылда Паралимпия спорты үҙәге булараҡ асылған «Триумф» физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны.

Бинала ҡунаҡхана, ашхана, бассейн, халыҡ-ара талаптарға яуап биргән һәм инвалид-спортсылар араһында спорт ярыштары өсөн тәғәйенләнгән тренажер һәм теннис залдары урынлашҡан. Комплекста мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.Әлеге ваҡытта бассейнда һәм тренажер залында һәр кем шөғөлләнә ала.

Республика Башлығы спорткомплекстың биналарын ҡарап сыҡты һәм район етәкселеге менән уны үҫтереү мөмкинлектәре һәм ҡулланыу алымдары буйынса фекер алышты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter