Обычный вид

Яңылыҡтар

19.08.2017 18:55:00

Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәм Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре

19 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәм Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре ваҡытында сәнәғәт, социаль һәм инфраструктур объекттарында булды, ураҡ барышы менән танышты.

                                                         ***

Күмертау ҡалаһында Республика Башлығы Күмертау авиация етештереү предприятиеһының 55 йыллығына арналған «Вертолет» авиация техникаһы паркын асыу тантанаһында сығыш яһаны, халыҡты – Ҡала көнө, авиаторҙарҙы һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы – Рәсәйҙең һауа флоты көнө менән ҡотланы.

                                                          ***

Тантанала шулай уҡ «КумАПП» йәмғиәтенең идарасы директоры Юрий Пустовгаров сығыш яһаны. Ул Рөстәм Хәмитовтың «Рәсәй вертолёттары»  холдингы етәкселеге менән осрашыуы, эш мөмкинлектәрен берлектә тикшереү һөҙөмтәһендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан Күмертау авиазаводы коллективына эш хаҡын 26 процентҡа арттырырға ҡарар ителеүен билдәләне. 

— Был ҡарарҙың дауамы ла бар, — тип өҫтәне Юрий Пустовгаров. — 1 сентябрҙән инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡа эшселәргә эш хаҡын 21 процентҡа арттырабыҙ. 20  йыл эсендә беҙ тәүге тапҡыр ошондай ҙур аҙым яһайбыҙ.

Тантана тамамланғас, Башҡортостан Башлығы парк майҙансығында Күмертау авиация предприятиеһы һәм «Ротор» конструкторлыҡ бюроһы етештергән авиация техникаһы менән танышты, завод ветерандары менән аралашты. 

                                                           ***

 Күмертауҙа республика етәксеһе Йәштәр инновациялы ижад үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Ул быйыл апрелдә Балалар ижады үҙәге нигеҙендә асылған. Уны ойоштороуға федераль, республика ҡаҙналарынан һәм муниципаль бюджеттан субсидия рәүешендә грант бүленгән. Әле бында уҡыусылар, студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар шөғөлләнә. Бынан тыш, үҙәк йәш тикшеренеүселәргә һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә, сәнәғәт предприятиеларындағы инженер-конструкторлыҡ кадрҙарына үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирергә әҙер. Асылған мәлдән алып унда 1100-ҙән ашыу кеше уҡып сыҡҡан, уның эше менән танышҡан.

 Республика Башлығы Балалар ижады үҙәгендәге спорт һәм тамаша залдарын, бассейнды, картинг өсөн асыҡ майҙансыҡты ҡараны, балалар менән аралашты, уларҙың проекттары менән ҡыҙыҡһынды, етәкселек менән үҙәкте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. 

                                                           ***

Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы «Ҡала мөхитен төҙөкләндереүҙә биш аҙым» федераль программаһында ҡатнашҡан Күмертауҙағы социаль объекттарға, ҡалала барған эштәргә иғтибар бирҙе. Программала бер нисә рекреация зонаһын, атап әйткәндә, Ю. Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын, Еңеү, «Осош» парктарын төҙөкләндереүҙе, боҙ аренаһын төҙөүҙе финанслау күҙаллана. Рөстәм Хәмитов төҙөкләндереү эштәре барған парк биләмәһен ҡарап сыҡты, Күмерселәр мәҙәниәт һарайын капиталь ремонтлау сифатын баһаланы.

                                                          ***

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы академик Королев урамындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшөн тикшерҙе. Был йорт Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаға ярашлы һалына. Әле ваҡытта эштәр графиктан артта ҡалып башҡарыла.

Төбәк етәксеһе фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, ҡалған эш күләме, инженерлыҡ селтәрҙәрен ваҡытында тоташтырыу һәм йортто файҙаланыуға тапшырыу өсөн тейешле документтарҙы тултырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды.

— Республикала граждандарҙы күсереү программаһын тамамлайбыҙ, Стәрлетамаҡтан тыш, барлыҡ ҡалалар ҙа йөкләмәне теүәл үтәй. Өс-дүрт сменала эшләгеҙ. Һеҙҙең башҡа сарағыҙ юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе ҡала башлығы Владимир Куликов менән «Яр буйы» биҫтәһен планлаштырыу проекты буйынса фекер алышты, торлаҡ йорттар менән бер рәттән социаль инфраструктура — балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү, шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү зарурлығын билдәләне. 

                                                           ***

 Стәрлетамаҡ районында республика Башлығы ҡайһы бер хужалыҡ баҫыуҙарын ҡарап сыҡты, мал аҙығы туплау, ураҡ кампанияһы һәм ужым сәсеүгә әҙерлек барышы менән ҡыҙыҡһынды.

 Район башлығы Рөстәм Баһауетдинов әйтеүенсә, мал аҙығы сифаты яҡшы, уның буйынса план 120 процентҡа үтәлгән. Алдағы ике аҙнала районда арпа, һоло, борсаҡ йыйыуҙы тамамларға, унан һуң бойҙай урырға төшөргә ниәтләйҙәр. 

Рөстәм Хәмитов «Рощинский» совхозы етәксеһе Илдар Тимерғәлин менән предприятиеның быйылғы эшен һәм үҫештең көнүҙәк бурыстарын тикшерҙе. Совхозда табыш былтырғы менән сағыштырғанда 10 процентҡа артҡан, игендең уңышы гектарынан 30-35 центнер тәшкил итә, һөт етештереү 2016 йылғы кимәлгә ҡарата яҡынса 15 процентҡа күтәрелгән.

«Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында Башҡортостан Башлығы арпа йыйыу барышы менән танышты. Хужалыҡта эш әүҙем бара. Бында субсидиялау программаһы нигеҙендә республика күрһәткән финанс ярҙамына юғары һөҙөмтәле заманса техника һатып алынған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter