Обычный вид

Яңылыҡтар

16.08.2017 21:24:00

Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән эшлекле осрашыу

16 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Осрашыуҙа эш хаҡы һәм халыҡҡа социаль ярҙам итеү, демографик хәлде яҡшыртыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Дөйөм алғанда, социаль һорауҙар менән шөғөлләнеүсе беҙҙең министрлыҡ һәм система ышаныслы, тотороҡло эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәү сиратта иҡтисади сәбәптәр буйынса кешеләргә ярҙам күрһәтеү күләмдәрен арттырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Эш хаҡы, аҡсалата табыш, яҡлауға мохтаж ҡатламдарға ярҙам итеү йәһәтенән һәм башҡалар буйынса әүҙем эш алып барабыҙ.

Республика етәксеһе халыҡты социаль хеҙмәтләндереү менән бәйле аутсорсингҡа күсереү һорауҙары буйынса уңышлы тәжрибә хаҡында һөйләне. Бөгөн был йүнәлеш буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙан һанала.

— Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарында ҡаралған маҡсатлы хеҙмәткәрҙәр категорияларына эш хаҡын түләү буйынса графикка ярашлы барабыҙ. Бер нисә йүнәлеш буйынса беҙҙең дә етешһеҙ яҡтар бар. Атап әйткәндә, ул фән хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ әлегә күбеһенсә федераль тәғәйенләнештә булған ғилми учреждение етәкселектәре менән килешеү таба алмайбыҙ, беҙҙең тәьҫир унда ҙур түгел. Шуға ғилми хеҙмәткәрҙәр буйынса контроль күрһәткестәргә өлгәшмәү хәүефе бар. Әлбиттә, беҙ бының менән эшләргә тейеш.

— Ысынлап та, һеҙ ҡуҙғатҡан ғилми учреждениелар тураһында мәсьәлә федераль тәғәйенләнештә. Хәҙер киләһе йылға бюджет формалаштырылған, тәҡдимдәр проекты әҙерләнгән. Хеҙмәт министрлығы ошо эштең координаторы булып тора. Республика өсөн ниндәй аҡса күләме бүленәсәге тураһында мәғлүмәт бирә алырбыҙ тип уйлайым, – тип хәбәр итте Любовь Ельцова.

Министр урынбаҫары республикала эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһен хәл итеү Рәсәй төбәктәре араһында уңышлы булыуын билдәләне.

— Статистикаға ингән банкрот предприятиелар буйынса бурыс барлығын аңлайбыҙ. Был һандарҙы беләбеҙ, улар бер төркөм йүнәлеш буйынса түгел. Бөгөн коллегалар менән осрашасаҡбыҙ, эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик етди осор, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был йәһәттән эш хаҡын түләмәүселәргә баҫымды кәметмәйәсәкбеҙ, киреһенсә, арттырасаҡбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter