Обычный вид

Яңылыҡтар

16.08.2017 20:02:00

«Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы ағзалары менән эшлекле осрашыу

16 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб етәкселегендәге делегация менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнашты. Яҡтар 2021 йылда Өфөлә Халыҡ-ара умартасылар конгресын уҙғарыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

— «Апимондия» конгресын Өфөлә, Башҡортостан Республикаһында үткәреүгә  эш тулы күләмдә барғанын күреп тораһығыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – 2021 йылда форумды Рәсәй Федерацияһында, Башҡортостан Республикаһында уҙғарыу кәрәклеге хаҡында һөйләгәндә беҙ, тәү сиратта, илдә умартасылыҡты үҫтереүгә яңы көс биреү кәрәклеген күҙ уңында тотабыҙ. Эйе, ошондай кимәлдәге форумды ҡабул итеү, ҡунаҡтар менән аралашыу, үҙ ҡаҙаныштарыңды күрһәтеү бик абруйлы. Әммә был ваҡиғаларҙы артабан тармаҡты үҫтереүгә көс бирерҙәй итеп эшләүе мөһим.

Дания, Словения, Сербия – Рәсәйҙең етди дәғүәселәре, әммә Рәсәй ғаризаһының еңеүе илебеҙ умартасыларына икенсе кимәлгә сығырға, тәжрибә, фекерҙәр менән уртаҡлашырға ярҙам итәсәк, ә улар яңы һөҙөмтә бирәсәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Һеҙҙең менән аралашыу, Төркиәләге конгресҡа материалдар әҙерләү, һис шикһеҙ, беҙҙең өсөн бик яҡшы мәктәп булып тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Беҙ системалы эшләй башлайбыҙ. Маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы икенсе төрлө ҡуябыҙ. Был бөгөн күргән сауҙа рәттәре һәм умартасылар ғына түгел, ә бер үк ваҡытта идеология, кешеләрҙе алға этәреү алымы ла.

                                                            ***

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар 2021 йылда XLVII Умартасылар конгресын уҙғарыуға Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ алыу мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Улаh фекеренсә, ошо сараны илебеҙҙә үткәреү Бойондороойондороһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә, Рәсәй төбәктәренең үҙенсәлекле умартасылыҡ тәжрибәһен өйрәнеүҙе ойошторорға һәм тармаҡтың ғилми, техник һәм иҡтисади үҫешенә тәьҫир итергә мөмкинлек бирәсәк.

Делегация ағзалары Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһына ҡарауға тапшырылған Рәсәй умартасыларының милли союзының ғариза китабын айырым билдәләне. Унда конгресты уҙғарыу көнө һәм урыны, ғилми программа һәм махсуслаштырылған экскурсиялар буйынса тәҡдимдәр, ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу мөмкинлектәре һәм транспорт тәьминәте, сил илдән ҡатнашыусылар өсөн виза режимы һәм сараны әҙерләү һәм уҙғарыу һорауҙарын оператив хәл итеү өсөн урындағы ойоштороу комитеты буйынса мәғлүмәт бар. Филип МакКейбтың һүҙҙәренсә, ғариза китабы ҡыҫҡа, бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән, шуға уны уҡыуы ла ҡыҙыҡ һәм еңел.

Осрашыу барышында яҡтар конгресты уҙғарыу аспекттарын, Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү юлдарын, маркетинг һәм умартасылыҡ продукцияһын һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Конгреста умартасылыҡта нимә өлгәшкәнебеҙҙе асыҡ һәм аныҡ итеп күрһәтергә тейешбеҙ. Беҙҙә әлегә ошо эштә күберәк хис-тойғо өҫтөнлөк итә. Беҙ һандар, тәжрибә һәм аныҡ һөҙөмтәләр менән әңгәмәгә күсергә, һуңғы йылдарҙа республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн нимә эшләгәнебеҙҙе күрһәтергә тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ил эсендә, унан ситтә лә балды һатыу менән бәйле баҙар, иҡтисад, продукцияны танытыу шулай уҡ мөһим эш. Рәсәй биләмәһенә индерелгән продукцияның күләмен дә күрһәтергә кәрәк. Беҙ системаны, тармаҡты һәйбәт эшләүсе машина итеп күрһәтергә бурыслы. Был конгресс беҙгә мәктәп, майҙансыҡ сифатында кәрәк, унда ҡиммәтле тәжрибә аласаҡбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter