Обычный вид

Яңылыҡтар

15.08.2017 22:15:00

Өфө компрессор заводына эш сәфәре

15 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов нефть һәм газ, химия сәнғәте, төҙөлөш тармағы өсөн юғары баҫымлы компрессия ҡорамалдарын етештереүсе Өфө компрессор заводы эшмәкәрлеге менән танышты.

Предприятие 2011 йылда ойошторолған. Завод углеводород берләшмәһе, азот һәм һауа өсөн юғары баҫымлы компрессор ҡорамалдарын яһау, хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү менән шөғөлләнә.  «Өфө компрессор заводы» генераль директоры Вадим Даминов әйтеүенсә, компрессор станциялары илдең «Газпром», «Роснефть», «Транснефть» компанияларына оҙатыла һәм тармаҡта сит ил етештереүселәрен тулыһынса алмаштыра.

2017 йылдың ғинуарында «Газпром» Өфө компрессор заводы базаһында тәбиғи газ етештереү ҡорамалдарын булдырыу буйынса «юл картаһы»н раҫлаған. Быйыл модулдең тәүге өлгөһө етештереләсәк, ә йыл аҙағына завод илдә беренселәрҙән булып Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролмаларға күсәсәк.

Тағы ла бер уңышлы проект – «Башавтотранс» автобустарын тәбиғи газ яғыулығы менән тәьмин итеүсе модулле компрессор блоктар етештереү. Киләсәктә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә Өфөлә ике яғыулыҡ пункты төҙөү ҡарала.

Эш сәфәре аҙағында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов, төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, завод һәм «Газпром трансгаз Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән берлектә кәңәшмә үткәрҙе. Республика етәксеһе Өфө компрессор заводы эшмкәрлеген юғары баһаланы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә заводтың мөмкинлектәренән сығып төбәктең йәмәғәт транспортында газ-мотор яғыулығын ҡулланыу буйынса программа әҙерләргә күрһәтмә бирҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, яңы программа республикаға Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән федераль программала ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter