Обычный вид

Яңылыҡтар

11.08.2017 16:15:00

Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә беренсе бала тыуғанда бирелә торған социаль түләү буйынса тәүге сертификаттар тапшырҙы

11 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә тәүге бала тыуғанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бирелгән социаль түләү буйынса сертификаттар тапшырҙы. Дәүләт ярҙамына тәүге биш ғаилә эйә булды.

— Йәштәрҙе сабыйҙары тыуыу менән генә түгел, ә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән беҙҙең тәжрибә проектында ҡатнашыусы булараҡ та ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов тантананы асып. — Һеҙгә ҡарап, башҡа йәштәр ҙә үрнәк алһын һәм уларҙың да ғаиләләрен арттырыу теләге уянһын ине. Бөгөн демографик хәл насарая, тыуым кәмей, беҙгә балалар кәрәк. Йәш ғаиләләргә ярҙам итер өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.

Республика Башлығы әйтеүенсә, программа  яҡшы күрһәткестәргә ирешергә ярҙам иткәндә, киләсәктә лә мотлаҡ рәүештә дауам итәсәк.

— Был залда иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡабул итәбеҙ, һеҙ беҙҙең өсөн бөгөн һәм киләсәктә лә иң ҡәҙерле ҡунаҡтар, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — Һеҙ беҙҙең өсөн иң яҡын кешеләр.

Үҙ сиратында сертификат алған  ата-әсәләр дәүләт ярҙамының улар өсөн ҙур әһәмиткә эйә булыуы хаҡында белдерҙе.

— Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, — тине Айнур Ситдиҡов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артисы. — Балаларҙа республика өсөн намыҫлы, изге күңелле, аҡыллы, көслө һәм кәрәкле кешеләр тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Белешмә:

 Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү программаһы быйыл башланды. Март айында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы йәш ғаиләләр беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә эйә. 300 мең һумлыҡ дәүләт яҙамы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter