Обычный вид

Яңылыҡтар

10.08.2017 16:05:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

10 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш комплексында эшләүсе 40 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

 Төҙөлөш тармағы республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Башҡортостанда төҙөүселәр 10 проценттан ашыу тулайым эске продуктты етештерә. Төҙөлөш буйынса республика Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙан һанала. Былтыр торлаҡ төҙөү буйынса республика төбәктәр араһында бишенсе урынға сыҡты. Индустриаль, сәнәғәт төҙөлөшө буйынса Башҡортостан һәр саҡ тәүге ун төбәк исемлегендә. Төҙөлөш тармағында 80 меңдән ашыу кеше эшләй.

— Был ошо йүнәлешкә бирелгән, унда даими эшләүсе хеҙмәткәрҙәр армияһы.  Хатта һәр ғаилә лә ниндәйҙер кимәлдә төҙөүсе, — тине төбәк Башлығы.

Республика иҡтисады өсөн төҙөлөш тармағының әһәмиәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов алдынғы хеҙмәтте, төҙөлөштәге технологияларҙы үҫтереү кәрәклеген билдәләне.

Төҙөлөш тармағы алдынғыларын һөнәри байрамдары һәм алған наградалары менән ҡотлап, «төҙөлөш – нигеҙҙәрҙең нигеҙе ул. Ныҡлы өйһөҙ, ҡыйыҡһыҙ кеше йәшәй алмай. Етештереү биналарын, объекттарын төҙөмәйенсә предприятие эшләй алмай. Һеҙ үҙ эшегеҙ менән шул нигеҙҙе булдыраһығыҙ. Нигеҙҙең ныҡлы булыуы бик мөһим», – тип  билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Ғаиләләрегеҙҙә барыһы ла яҡшы, ысын мәғәнәһендә ышаныслы терәк-таяныс булһын. Һәм әлбиттә, һеҙ эшләгән коллективтарға уңыштар, иң изге теләктәр еткерәм, — тине төбәк Башлығы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter